Иҡтисад терәге тип танылды20.12.2013
Иҡтисад терәге тип танылдыЙыл шифаханаһы

"Янғантау" шифаханаһының даны бөтә илгә киң таралған. Быйыл да ул "Рәсәйҙең иҡтисади терәге-2013" милли премияһы лауреаттарының реестрына индерелде.
Өҫтәүенә, лауреат дипломы менән бергә уға "Өлгөлө предприятие" тигән почетлы исем дә бирелде. Шулай итеп, шифахана үҙенең курорт тармағында лидер икәнлеген, социаль яуаплы предприятие булыуын йәнә бер тапҡыр раҫланы. Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышында иң төп эш биреүселәрҙең береһе булған шифахана коллективына уңыштар теләйһе генә ҡала.
Шифалы үҙенсәлектәре менән киң билдәле "Ҡорғаҙаҡ" минераль һыуы учреждениеға йәнә ҙур танылыу килтерҙе. Ул күптән инде курорттың брендына әүерелеп, әһәмиәтле тәбиғи дауалау факторҙарының береһе һанала. "Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары" тип аталған абруйлы конкурста "Ҡорғаҙаҡ" лауреат булды. Хәҙер был шифалы һыуҙы илебеҙҙең күп төбәктәрендә яҡшы беләләр, уның үҙенсәлекле сифаттарын һаулыҡты нығытыуҙа киң файҙаланалар.


Вернуться назад