Һәр тибеше – бүләк20.12.2013
Йөрәк менән шаярмайҙар. Кеше организмындағы төп ағза, ябай тел менән әйткәндә, йән эйәһенең “моторы”, насар эшләһә, йәшәйештең йәме бөттө тигән һүҙ. Йыл һайын йөрәк сирҙәренән миллиондарса кешенең ғүмере өҙөлә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы һәм төрлө илдәрҙең табиптары белдереүенсә, был – һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге иң ҙур проблемаларҙың береһе, шул уҡ ваҡытта иҡтисадҡа ла һиҙелерлек зыян килтереүсе киҫкен мәсьәлә.
Башҡортостанда йөрәк сирҙәрен дауалау һәм иҫкәртеү йәһәтенә алға китеш ҙур. Был йүнәлештә уңышлы эшләүсе Республика кардиология үҙәге бөгөн – сифатлы дауалау-диагностика ҡорамалдары менән йыһазландырылған, юғары технологиялы кардиологик ярҙам күрһәтеүсе махсуслашҡан учреждение. Шулай ҙа ошоғаса дауаханала пациентҡа донор йөрәген күсереп ултыртыу буйынса операция яһалмаған. Рәсәйҙә бындай операцияларҙы туғыҙ кардиология үҙәгендә генә эшләйҙәр, алдынғылар иҫәбендә – Мәскәү һәм Краснодар клиникалары. Башҡортостанда донор йөрәген көткән, йәшәү өмөтө менән янған кешеләр иһә ике тиҫтә самаһы. Быйыл бәхет 52 йәшлек Өфө уҙаманына тәтене.
Белгестәр әйтеүенсә, был тарихи ваҡиға – һәр йәһәттән уйланылған, етди әҙерлек этаптары аша яһалған аҙым. Операцияны беҙҙең кардиология үҙәге һәм академик В. И. Шумаков исемендәге Трансплантология һәм яһалма ағзалар федераль ғилми үҙәге белгестәре тормошҡа ашырған. Тәүҙә Башҡортостан табиптары Мәскәүҙә белемен камиллаштырған, аҙаҡ иһә операцияны үткәрешергә Шумаков исемендәге үҙәктән профессор Ренат Сәйетгәрәев етәкселегендәге табиптар төркөмө Өфөгә килгән.
Ир быға тиклем, йөрәге сирле булыу сәбәпле, тулы мәғәнәле тормош алып бара алмаған, хәлһеҙлектән яфаланған. Донор йөрәге күсереп ултыртыу кеүек аҙымға ул етди әҙерләнгән. Хәҙер иһә барыһы ла артта, ир яйлап ҡәҙимге тормошҡа әйләнеп ҡайта.
…Донор йөрәген иһә Стәрлетамаҡ дауаханаһынан 1 сәғәт 20 минутта махсус контейнерҙа килтереп еткергәндәр. Операция биш сәғәт дауам иткән, эш тотороҡло, тыныс барған. Табиптар әйтеүенсә, иң тулҡынландырғыс мәл тип йөрәктең яңы хужаһы күкрәгендә ҡаға башлауын атарға кәрәктер. Уның һәр тибеше ысын мәғәнәһендә яңынан тыуған бәхетле пациентҡа ғына түгел, ошо мәлде көткән башҡаларға ла өмөт бүләк итә кеүек.


Вернуться назад