Йыл клиникаһы
Һаулыҡ һаҡлау тармағын яңыртыу проектына ярашлы бөтә тейешле диагностика ҡорамалы, лабораторияһы булған медицина модулдәре алған етәкселәрҙең һөйөнөстән баштары түбәгә тейҙе!
Махсус ярҙам күрһәтеүсе 200-гә яҡын автомобиль паркы быйыл тағы ла 11 күсмә медицина комплексына байыны. Республикабыҙ халҡының 40 проценты ауыл ерендә йәшәй. Төпкөл ауылдарға тап ошо модулдәр барып, ашығыс медицина ярҙамы күрһәтәсәк. Быйылғы бәхетлеләр араһында Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы бер юлы ике күсмә модулгә эйә булды: береһе — "Балалар сәләмәтлеге" комплексы — диспансерлаштырыу маҡсатында файҙаланыласаҡ, икенсеһе — "Сәләмәтлек үҙәге" — төрлө тәбиғәт һәм география шарттарында ауырыуҙарҙы һауыҡтырыу өсөн юлға сығасаҡ. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Балалар һәм 1-се клиник дауаханаларына, Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһына, Нефтекама, Белорет, Күмертау, Бөрө, Сибай ҡалаларының үҙәк район дауаханаларына ла ҡиммәтле бүләк тапшырылды. "Тәгәрмәс өҫтөндәге клиникалар” 181,5 миллион һумға төшкән.
Проекттың үҙенсәлеге һәм ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге ябай кешеләрҙе генә түгел, һаулыҡ һаҡлау тармағы хеҙмәткәрҙәрен дә һоҡландыра, Теләгән ерҙә, ыжғыр буранға, ҡойма ямғырға ҡарамай, заманса медицина клиникаһын йәйелдереп, ауырыуҙарҙы ҡабул итергә була. "КамАЗ" автомобиле нигеҙендә яһалған медицина модулдәре өсөн кәртәләр юҡ, һәр урында юл асыҡ.
Белорет үҙәк клиник дауаханаһының баш табибы Хәбир Мостафин бер модулдә маммография, отоларингология, офтальмология буйынса медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлегенән ҡәнәғәтлеген белдерҙе.
— Күсмә лабораторияла хатта анализдар биреп була. Бындай оператив ярҙам күрһәтеү тураһында күптән хыяллана инек. Беләһегеҙ инде, Белорет ҡалаһынан 150 километр алыҫлыҡта ятҡан ауылдар бар. Тау-таш араһында урынлашҡандарына ваҡытында барып етеүе ауыр, ҡайһы саҡта мөмкин дә түгел, — тине ул. — Ошондай ҙа ҡиммәтле, халыҡ өсөн үтә кәрәкле клиника буш торһа, оят булыр! Беҙ 250 мең кеше йәшәгән Әбйәлил, Учалы, Бөрйән, Белорет райондарын хеҙмәтләндерәсәкбеҙ.