Әсәләр — иң ғәҙел "арбитр"20.12.2013
Әсәләр — иң ғәҙел "арбитр"Йыл дауаханаһы

Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының өс йыл ҡыҙыу төҙөлөш эштәре барған акушер гинекология корпусы, ниһайәт, быйыл ишектәрен асты.
Тәүге "ҡарлуғас"тарын июль селләһендә осорған яңы корпустың уңайлыҡтары, өр-яңы йәшәү һәм дауалау шарттары әсәләрҙең күңеленә хуш килде. "Беҙгә юлды онотмағыҙ, йәнә килегеҙ!" — тип оҙата бәхетле ғаиләләрҙе акушерҙар. Әсәләр үҙ сиратында һәләтле, һөнәрен ихлас башҡарған табиптарға юғары оҫталыҡтары өсөн оло рәхмәт белдерҙе. Майҙаны 16 300 квадрат метр тәшкил иткән, хаҡы 1,2 миллиард һумға төшкән корпустың өҫтөнлөклө яҡтарын үҙ күҙе менән күргән һәм баһалаған әсәләрҙән дә ғәҙелерәк "арбитр"ҙың булыуы мөмкин түгел. Корпуста сабыйҙарҙы һәм етлекмәй тыуған балаларҙы тәрбиәләүҙең икенсе этабын үҙ эсенә алған яңы бүлексәнең булдырылыуы — төп үҙенсәлектәрҙең береһе.
Хатта 500 грамға ла етмәй тыуған сабыйҙарҙы үҫтереү, ауырлыҡтарын нормаға еткереү бурысын да үтәйәсәк медицина хеҙмәткәрҙәре.


Вернуться назад