Уҡытыусыларға юл күрһәтте20.12.2013
Уҡытыусыларға юл күрһәттеЙыл мәктәбе

Әбйәлил районының Таштимер урта мәктәбе 2014 йылдың тәүге ярты йыллығына "Башҡортостан" гәзитенә беренселәрҙән булып яҙылды.
Бында күрше Тупаҡ, Йәлембәт, Әүмеш, Яңы Һамар ауылдарынан йөрөп уҡыйҙар. Дим Әйүпов етәкләгән коллективта 25 уҡытыусы эшләй. Шуныһы тағы ла ҡыуаныслы: тәжрибәле педагогтар менән бергә Гүзәл Ҡадирова, Эльвира Мәхмүтова кеүек йәш белгестәр ҙә бар. Коллективтың яҡшы эшен уҡыусыларҙың район олимпиадаларында тәүге урындарҙы яулауы асыҡ күрһәтә. Бында уҡығандарҙың күбеһе белем алыуын институттарҙа, университеттарҙа дауам итә. Мәҫәлән, мәктәпте былтыр тамамлаған ун баланың алтауһы юғары уҡыу йортона ингән. Уларҙың араһынан Салауат Солтанов Мәскәүҙә белем алып йөрөй. Быйылғы сығарылыш класс уҡыусылары ла ышанысыбыҙҙы аҡлар тигән өмөттә уҡытыусылар — бының өсөн барлыҡ шарттарҙы тыуҙырырға тырышалар.
Мәктәптә шулай уҡ йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Таштимерҙәрҙе районда яҡшы беләләр, уларҙың баскетбол, футбол буйынса командалары — иң көслөләр рәтендә.
1982 йылдан алып мәктәптә теплица һәм ярҙамсыл хужалыҡ эшләп килә. Йыл әйләнәһенә үҫтергән емеш-еләк мәктәп ашханаһына тапшырыла, артып ҡалғаны ауыл халҡына һатыла. Йәрминкәнән килгән аҡса уҡыу йорто өсөн кәрәк-яраҡҡа, төрлө сара үткәреүгә тотонола. Тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Эльвира Солтанова әйтеүенсә, йәйге каникул мәлендә уҡытыусылар ҙа, балалар ҙа баҡсала тырышып эшләй. Тимәк, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләнә, өҫтәүенә йәш быуын төрлө һөнәргә өйрәнеп үҫә. Коллектив ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырған. Абруйлы мәктәп эшенә яуаплы ҡараған уҡытыусылары менән дә данлы: Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Зөһрә Дәминдәрова, "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2012" конкурсы лауреаты Гөлсинә Аҡмырҙина, директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Фәүзиә Ирғәлина һәм башҡалар күптәргә үрнәк.


Вернуться назад