Халыҡ-ара кимәлгә сыҡты20.12.2013
Халыҡ-ара кимәлгә сыҡтыЙыл университеты

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты быйыл Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы университеты селтәре составына индерелде. Был уҡыу йортоноң халыҡ-ара кимәлгә сығыуы хаҡында һөйләй.
Республиканың төп педагогик белем усағы — башҡа илдәр менән хеҙмәттәшлек, гранттар яулау, фәнни ҡеүәт буйынса алдынғыларҙың береһе. ШОС университеты селтәре составына тап шундай сифаттарға эйә мәғариф учреждениелары алына. Әле унда 75 тирәһе юғары уҡыу йорто бар. Университетта кадрҙар әҙерләү ойошмалағы илдәрҙең мәҙәни, ғилми-белем биреү, иҡтисади хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән уртаҡ йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыла. БДПУ-ның бындай кимәлгә сығыуы, һис шикһеҙ, республикабыҙ фәненең һәм мәғарифының ыңғай үҫешенә ҙур йоғонто яһаясаҡ.
— Халыҡ-ара бәйләнеше булмаһа, бөгөнгө юғары уҡыу йорто алға китә алмай, — ти университеттың ректоры Раил Әсәҙуллин. — Ҡайһы саҡта уны сифатлы техник йыһазландырыу өсөн мөмкинлектәр ҙә етмәй китә. Тап ошо йәһәттән юғары уҡыу йорттарының хеҙмәттәшлек итеүе, студенттарҙы алмашыу ҙур әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән, йәштәребеҙҙе өйрәтергә донъялағы алдынғы эксперттарҙы саҡыра алабыҙ. Башҡа юғары уҡыу йорттарында стажировка үткән студенттарыбыҙға үҙебеҙҙең илдән, шулай уҡ өҫтәмә белем алған еренән сертификат бирелә.


Вернуться назад