Башҡорт теле һағында20.12.2013
Башҡорт теле һағындаЙыл уҡытыусыһы

Уҡытыусыға бихисап бурыс йөкмәтелгән: йәш быуынға белем биреүҙән тыш, йәмғиәткә юл күрһәтеп барған маяҡ та булырға тейеш ул. Ә бының өсөн һәр саҡ үҫешкә ынтылыу, ғилем даирәһен даими киңәйтеү мөһим. Республика уҡытыусылары араһында ойошторолған төрлө ярыш был йәһәттән ифрат отошло.
"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" ХVIII төбәк-ара конкурсы быйыл Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙғарылды. Унда республиканың төрлө район-ҡалаһынан, сит төбәктәрҙән 50-нән ашыу педагог көс һынашты. Һөнәри бәйге биш көн дауам итте.
Уҡытыусыларҙың конкурсҡа етди әҙерлеге тәүге һынауҙа уҡ һиҙелде. Үҙе, мәктәбе, ғаиләһе менән таныштырған телмәренән генә лә улар хаҡында күпте әйтергә булыр ине. Жюри ағзалары бәйгеселәрҙә заман менән бергә атлаған, тел, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер һөнәр эйәләрен таныны.
Педагогтар артабан һөнәри маһирлығын "Бәхәс-әңгәмә", "Оҫталыҡ дәресе", "Яңы тәжрибә менән уртаҡлашыу" тигән конкурстарҙа күрһәтте. Йәштәр заманса һиҙгерлеккә таянһа, өлкәндәргә ҙур тәжрибәһе ярҙам итте.
Уҡытыусыларҙың төрлө яҡлап оҫталығы хайран ҡалырлыҡ. Был үҙенсәлектәр "Рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн", "Һөнәремә тоғро ҡалам", "Йөрәгемде балаларға бирәм", "Иң яҡшы яңыса тәжрибә", "Юғары педагогик оҫталыҡ", "Өлгөлө дәрес" һәм башҡа номинацияла лайыҡлы баһаланды.
Финалға иһә биш уҡытыусы сығып, араларында Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Зөлфиә Баязғолова гран-приға лайыҡ булды.
— Конкурстың үҙем йәшәгән, эшләгән ҡалала үтеүе икеләтә яуаплылыҡ өҫтәне һәм сәмләндерҙе, — тине еңеүсе. — Бындай ҡаҙаныш бер кешенең генә эш һөҙөмтәһе була алмай: хеҙмәттәштәремә, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыларына, ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығына рәхмәтлемен. Бәйге һынауҙарын уңышлы үтеүемә, әлбиттә, 20 йылдан ашыулыҡ хеҙмәт стажым да йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Еңеүем эшемә тағы ла яуаплыраҡ ҡарарға, башҡорт теленең һағында ныҡлыраҡ торорға көс бирҙе.


Вернуться назад