Йыл ауылы
Рәсәйҙең “Урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы 131-се Федераль законы сыҡҡас, уны хуплаусылар ҙа, хурлаусылар ҙа байтаҡ булды. Ә бына Ишембай районының Смаҡай ауылы халҡы, икеләнеп тормай, ең һыҙғанып эшкә тотонған, законда ҡаралған бөтә мөмкинлектәрҙе барлап, үҙидара төҙөгән. Хәҙер был биләмә барлыҡ республикаға таратырҙай бай тәжрибәгә эйә.
Йәмәғәт үҙидаралығын төҙөү ихтыяжы юҡтан тыумаған. Ҡала микрорайонына әйләнгән Смаҡай халҡы үҙ ихатаһы булған шәхси йорттарҙа йәшәй. Ҡала яны тип иҫәпләнһә лә, ауыл үҙ көнөн үҙе күрә. Бында 620-нән ашыу йорт иҫәпләнә. Мал аҫрайҙар, ҡош-ҡорт үрсетәләр. Халыҡтың күпселеге ҡалаға йөрөп эшләй. Әммә көтөүлек, сабынлыҡ өсөн ерҙәре булмауы бәкәлгә һуға. Мәсьәлә оҙаҡ хәл ителмәгәс, Смаҡай, Алебастр ауылдары халҡы үҙидаралыҡ төҙөү тәҡдимен күтәреп сыға. 2008 йылдың ғинуарында район Советы депутаты Әнүәр Шәнгәрәев муниципаль район Советына Смаҡай менән Алебастрҙа территориаль йәмәғәт идаралығы төҙөлөүе тураһында хәбәр итә, 2009 йылдың июлендә “Смаҡай” ТЙҮ сифатында Бөтә Рәсәй реестрына индерелә, төбәктә тәүге булып Рәсәй Юстиция министрлығының танытмаһын ала. Ошо мәлдән алып көтөүлектәргә, сүплектәргә бәйле мәсьәләләр үҙаллы хәл ителә. Былтырҙан һыу проблемаһы яйға һалына башлаған.
— Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып йәмәғәт үҙидаралығы төҙөгәс, беҙгә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Халыҡ ҡаҙнаһы” программаһы буйынса 17 миллион һумлыҡ грант бирҙеләр. Уны һыу үткәреүгә тотонорға булдыҡ. Хәҙер 258 гектар еребеҙ бар, ул көтөүлеккә лә, бесән әҙерләү өсөн дә етерлек. Минеңсә, урындағы үҙидара булдырыуҙың төп шарты — халыҡтың әүҙемлеге, – тип һөйләй үҙидаралыҡ рәйесе Әнүәр Шәнгәрәев.