Йыл башлығы
Етәксе, тигәс, бойороҡ биреп, әйтелгәндең үтәлешен тикшереп, баһалап ултырыусы, өҫтән ҡушҡанды еренә еткереп башҡарыусы күҙ алдына баҫалыр. Ләкин үҙһүҙлелек менән генә әллә ни алдырып булмағаны көн кеүек асыҡ. Бигерәк тә бөгөн, кемделер ҡамсылап, кемгәлер ҡалас биреп эшләтер заманда.
Закир Ғизелхаҡ улы тураһында йыш ҡына "Ысын кеше ул" тигән һүҙҙәрҙе ишетәһең. Шуның менән барыһы ла аңлашыла, сөнки был баһа ниндәйҙер фарман, указ менән бирелмәй, ә халыҡ ҡуша. Ул кешелекле булыуҙы, мохтаждың хәлен аңлап, ошоноң буйынса сара күрә белеүҙе аңлата. Бикбулатов иһә — ыңғай сифаттарҙың барыһын бергә туплаған шәхес. Тормош юлын Мәләүез районындағы "Нөгөш" колхозында ябай эшсе булып башлап, йәшләй үк крәҫтиән хеҙмәтен татыған. Башҡортостандың ауыл хужалығы институтын тамамлағас, ошо уҡ хужалыҡта ветврач булып эшләй, мәҙәниәт буйынса рәйес урынбаҫары вазифаһын да башҡара. 1982–1984 йылдарҙа Свердловскиҙа юғары партия мәктәбен тамамлай. Мәләүез районының Мәжит Ғафури исемендәге колхозында партком етәксеһе, Шевченко исемендәге, "Дружба" хужалыҡтарында тиҫтә йылдан ашыу рәйес йөгөн тарта. 1996–2000 йылдарҙа — Мәләүез элеваторы директоры, ә 2000 йылдан әлегәсә — Дәүләкән районы һәм ҡалаһы хакимиәте башлығы. Тимәк, районды 13 йыл етәкләй. Фәнни хеҙмәт менән шөғөлләнә: ауыл хужалығы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған.
Дәүләкән иҡтисади яҡтан үҫешкән райондар рәтенә инә, унда ауыл хужалығы тармағы ла алда бара. Һуңғыһы буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшкәндәре өсөн быйыл Башҡортостан Хөкүмәтенең махсус дипломына лайыҡ булдылар. Тиҫтәнән ашыу йыл эсендә өлгәшелгән барлыҡ ҡаҙаныштар ҙа Закир Ғизелхаҡ улы исеме менән бәйле. Дәүләкәндә аҙыҡ-түлек, еңел сәнәғәт предприятиелары уңышлы эшләй, кирбес заводының продукцияһын республиканан ситтә лә алдыралар. Шулай уҡ суйын, тимер-бетон ҡорамалдар етештерелә. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр 162,2 мең гектар булһа, шуның 122,6 меңе — һөрөнтө майҙан. Ере барҙың — иле бар. Тимәк, дәүләкәндәрҙең алдағы йылдарҙа ла тармаҡты үҫтереп, етеш йәшәйәсәгенә ышаныс ҙур.