Илештәр һыр бирмәй20.12.2013
Йыл районы

Илеш халҡы эштә лә һынатмай, бүтән саҡта ла берҙәмлек, дәррәүлек менән өлгө күрһәтә. Әйткәндәй, "Башҡортостан"ға яҙылыу буйынса иң әүҙем райондар иҫәбенә инәләр. Тимәк, аң-белемгә ынтылып, тарихтарынан һут алып ғүмер итәләр.
Илеш, тиһәң, туҡ башаҡлы иген, йәшелләнгән сөгөлдөр баҫыуҙары, көтөү-көтөү мал, йылға-быуа тулы ҡош-ҡорт күҙ алдына баҫа. Бөтәһе 30 меңдән ашыу кеше 87 ауылда ғүмер итә. Эшкә яраҡлыларҙың күпселеге ауыл хужалығы тауарҙары етештереүҙә, төҙөлөштә, эшкәртеү сәнәғәтендә, халыҡты хеҙмәтләндереү өлкәһендә мәшғүл. Районда 10 ауыл хужалығы кооперативы, 123 бәләкәй, 13 уртаса предприятие бар, 129 крәҫтиән (фермер) хужалығы уңышлы эшләп килә.
Илештәр баҙар теҙгенен тиҙ генә ҡулға алды, шуға ла бөгөнгө көрсөктән сығыу юлдарын да табалар. Иген культуралары уңышының нигеҙе орлоҡҡа бәйле. Райондың ете хужалығы элиталы орлоҡ етештереү менән шөғөлләнә. Үҙҙәренә генә түгел, ситкә һатырға ла етә. Шуға ла барлыҡ хужалыҡтар сифатлы орлоҡ, ҡатнаш аҙыҡ, фураж менән тәьмин ителгән. Халыҡҡа ла етерлек бирелә. Ит-һөт етештереүҙе арттырыу маҡсатында тоҡомло һыйыр малы үҫтереүгә өҫтөнлөк биргәндәр. Ҡаҙ үрсетеү эше хужалыҡтарҙа даими һәм эҙмә-эҙлекле алып барыла.
Эшҡыуарлыҡҡа килгәндә, бөгөн Илештә бөтәһе 950 кеше үҙ эшен асҡан. Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ғына ла 4600 кеше йәлеп ителгән. Йыл һайын урындағы йүнселдәргә ярҙам күрһәтеүсе муниципаль программа ҡабул ителә. Республика, Рәсәй программаларын ғәмәлгә ашырыу буйынса ла эш әүҙем бара.
Районда 71 белем биреү учреждениеһы иҫәпләнә. 2012-2013 йылдарҙа дөйөм белем биреү мәктәптәрендә 3944 уҡыусы шөғөлләнде, балалар баҡсаларына 1384 сабый йөрөнө.
Һаулыҡ һаҡлауға килгәндә, был мөһим өлкәлә 629 кеше (шул иҫәптән 71 табип, 324 урта медицина хеҙмәткәре) эшләүен генә әйтһәң дә етер ине. Район поликлиникаһына ғына ла смена һайын 600 ауырыу мөрәжәғәт итә ала. Бынан тыш, дүрт табип амбулаторияһы, 59 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Халыҡҡа ял итеү өсөн киң шарттар тыуҙырылған.
Илештәрҙең иҡтисади күрһәткестәренә лә, ауыл хужалығындағы уңыштарҙы билдәләүсе центнер, тонналарына туҡталып тороу кәрәкмәйҙер. Барыһы ла халҡының көнкүрешендә сағылған. Ә уныһы — иң мөһиме.


Вернуться назад