Күмәкләгән – һыу ҡайтарған20.12.2013
Күмәкләгән – һыу ҡайтарғанЙыл ҡазаһы

Быйылғы йәй әбйәлилдәр өсөн оло һынау булды: башы ҡоролоҡ менән йонсотһа, аҙаҡ ҡойма ямғырҙар башланды. Ошо сәбәпле Оло һәм Кесе Ҡыҙыл йылғалары ярҙарынан сығып, эргә-тирәһендәге ауылдарҙы һыу эсендә ҡалдырҙы. Бигерәк тә Үрге һәм Түбәнге Әбдрәш, Үтәгән, Ҡаҙмаш, Амангилде, Ишбулды, Булат, Сиҙәм, Яңауыл, Буранғол ауылдары халҡы зыян күрҙе. 7 – 9 августа райондағы яуым-төшөм күләме айлыҡ норманан биш тапҡырға артып киткән.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һыу баҫҡан төбәктәрҙә – Әбйәлил һәм Белорет райондарында – ғәҙәттән тыш хәл иғлан итеп, бер кемдең дә бәләлә яңғыҙ ҡалмаясағына ышандырҙы. Ҡазаға тарыусылар ҙа берләште. Күмәкләгән – яу ҡайтарған тигәндәй, республиканың бар халҡы әбйәлилдәргә һәм белореттарға ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтеп, махсус иҫәпкә аҡса күсерҙе.
Әбйәлил һәм Белорет райондарында 37 ауыл, 1 094 ихата, 1 094 өй һыу аҫтында ҡалған. 13,5 километр оҙонлоғондағы 31 юл участкаһы, 14 күпер күргән зыян күләме 207,8 миллион һум тәшкил итә. Инфраструктура буйынса зыян күләме миллиондарса һумға баһалана. Халыҡтың ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән мал аҙығы, картуф һәм йәшелсә баҡсалары тотошлай һыу менән йыуылды, күп хужалыҡтарҙың малы, ҡош-ҡорто ташҡында ағып китте. Ҡайһы бер йорттар бөтөнләй йәшәүгә яраҡһыҙға әйләнде. Байтаҡ ҡына майҙанда сәсеүлектәр юҡҡа сыҡты.
Шулай ҙа халыҡ оло һынауҙы сабырлыҡ һәм берҙәмлек менән еңде. Иң мөһиме – ташҡында кеше ғүмере өҙөлмәне.


Вернуться назад