“Иреңә баш бирергә кәрәк”, —ти ҡарты менән 65 йыл ғүмер кисергән Өммөғәни инәй10.01.2012
“Иреңә баш бирергә кәрәк”, —ти ҡарты менән 65 йыл ғүмер кисергән Өммөғәни инәй— 17 йәшемдә кейәүгә сыҡтым, ҡыҙым. 1946 йылдың йәйендә, колхозға бесән әҙерләгәндә күреп ҡалған да мине бабайың, күҙе төшкән. Бер ай ҙа үтмәне, яусы ебәрҙе. Ризалаштым. Үҙем дә тәү күреүҙән оҡшаттым Мәхәмәтшәрифемде, — тип һөйләгәндә Өммөғәни инәй елкенеп, елпенеп ҡуйҙы. Йөрәк ҡартаймай, тигәндәре шулдыр инде. Ире менән йәшәгән дәүерен ул шул тиклем илһамланып һөйләй, әйтерһең, был йылдар ел-ямғырһыҙ ғына үткән.
— Бабайың яратмаҫлыҡ егет түгел ине. 1941 йылдың майында һалдатҡа алынып, һуғышҡа тәүгеләрҙән булып китеп, алты тапҡыр яраланып, 1946 йылдың июлендә генә ауылына әйләнеп ҡайтҡан. Шундай егеткә ниндәй ҡыҙҙың күҙе төшмәһен! — тине Өммөғәни инәй. — Эй, балам, тормош булғас, төрлө саҡ булды инде. Бик ҡыҙыу ине ҡартым. Тик мин сабыр итә белдем. Бер ҡасан да ҡаршы һүҙ әйтмәнем, башҡаларға ла күҙ ялтыратып йөрөмәнем. Түҙҙем, ә түҙгән кешене Аллаһы Тәғәлә ярата. Бер ирҙе ташлап, икенсеһенә сығып, барыбер бәхетле булып булмай. Ҡатындарҙың бурысы — Хоҙай Тәғәлә нимә бирә, шуға риза булырға кәрәк. Башы барҙың — бәҫе бар. Беҙ сабыр булырға тейеш, ҡыҙҙарыма ла шуны туҡыйым. Юғиһә, хәҙерге ҡатындарҙың телдәре алдан йөрөй бит. Әсәһе иҫән саҡта әсәй табаны аҫтында була ҡыҙ бала, тормошҡа сыҡҡас, ир табаны аҫтында йәшәргә кәрәк. Аллаға ирҙәр ҡәҙерле, атабыҙ Әҙәмде лә бит Аллаһы Тәғәлә яратҡан. Әле лә бала кеүек ҡарайым ҡартымды. Шуға ла ул: “Ғүмер буйы түҙеп йәшәнең, рәхмәт. Бәхил бул”, — тип әйтә гелән. 20 йыл ҡайны-ҡәйнә менән йәшәнем, ҡәйенһеңлеләрем менән дә бер ауыҙ һүҙгә килмәнем. Рәхмәт уларға, бик ғәҙел булдылар, мине яраттылар, “килен, уңған да, йылдам да булдың”, — ти торғайнылар. Үҙемдең тәртибем менән ҡәҙерле булдым. “Өммөғәни апай, һин — ауылға үрнәк”, — ти ине ауылдаштарым...
Үтә лә теремек, һөйкөмлө һәм һөймәлекле инәйҙе тыңлаған һайын тыңлағы килә. Уға һоҡланмау мөмкин түгел. Күпме аҡыл, сабырлыҡ, ихласлыҡ, иман, яҡшылыҡ һыйған уның фәрештәләй күңеленә. Бына кемдән өлгө алырлыҡ хәҙерге килендәргә, ата-әсәһенең ярты байлығын туҙҙырып, туй яһатып, бер-ике йылдан айырылышып та ҡуйған йәштәргә. Мәхәмәтшәриф бабай менән Өммөғәни инәйҙең биш балаһы ла белемле, ҡайһы береһенең хатта икешәр юғары белеме бар. Ата-әсәһен ҡәҙерләп кенә йәшәтә улар бөгөн. Матур тәрбиә һөҙөмтәһе бит был.
— Балаларыбыҙҙы Бибисәйҙә апайым үҫтереште. Беҙ бит эштән бушаманыҡ. Ғүмер буйы уға рәхмәт уҡыйым. Дүрт ҡыҙыма туй үткәреште. Ул бөгөн ҡыҙында, Биксәндә йәшәй. Телефондан көн дә һөйләшеп, бер-беребеҙҙең хәлен белешеп торабыҙ.
Өммөғәни инәй менән Мөхәмәтшәриф бабайҙы ауылдаштары — Яңы әптектәр һағыналыр, сөнки улар күптән түгел ҡалаға күсеп килгән. Хөкүмәтебеҙ утты-һыуҙы кискән ветерандарыбыҙға торлаҡҡа сертификат бирҙе. Бөгөн инәй менән бабай ике бүлмәле яҡты һәм йылы фатирҙа йәшәй. Тик күңелдәре менән һаман да ғүмер буйы төйәк иткән Яңы Әптектәрендә.
— Фатир яҡшы булһа ла, үҙ өйөмдә рәхәтерәк ине, — тип күҙ йәшен һөртөп ала инәй. — Бик ҡәҙерле булдыҡ. Беҙҙең дауахана табиптарына бер кем етмәй. Уларҙы саҡырыу кәрәкмәне, үҙҙәре белеп килде. Сәфиулла Хөснулла улы Ғәйнуллинға оло рәхмәт. Ул совхозда директор булғанда ололарға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтте. Ә күршеләрем Таһир менән Гөлгизәр, Марат менән Тамара, Любовь Семенова, Любовь Воробьева туғанымдан яҡыныраҡ булды.
Өммөғәни инәй күңелендәге бөтә булған хис-тойғоларын бер тында түкмәй-сәсмәй һөйләне лә һөйләне. Уның күңел кисерештәрен бер мин генә тыңлап һоҡланманым. Ошо гүзәл парҙы ҡотларға Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гүзәл Ғайса ҡыҙы Шаһиева менән райондың ветерандар советы рәйесе Хәлил Моғаттар улы Йомағужин да килгәйне. Район етәкселеге тарафынан күрһәтелгән иғтибар һәм ихтирамға сабыйҙай шатланды ололар. Хатта беҙ барғансы түшәктә ятҡан Мөхәмәтшәриф бабай тороп ултырыу ғына түгел, таяғына таянып, бүлмә буйлап атлап китте. Матур теләктәргә ҡушып бирелгән бүләктәргә лә һөйөндөләр.
Ә беҙ 91 йәшлек аҡһаҡал менән 82 йәшлек ағинәйҙең бәхетле ҡартлығына шатландыҡ. “Үткән ғүмерҙе кире ҡайтарып булһа, барыбер башҡа яҙмышты һайламаҫ, Мөхәмәтшәрифемә кейәүгә сығыр инем”, — тип оҙатып ҡалды беҙҙе хыялында ғына булһа ла йәшлегенә йүгереп ҡайтып килгән Өммөғәни Фазлиәхмәтова. Бөтә парҙарға ла ошо бәхетте бирһен ине Аллаһы Тәғәлә, тип теләргә генә ҡала беҙгә.
Гөлнур ДӘҮЛӘТЙӘРОВА.
Ишембай ҡалаһы.


Вернуться назад