Йыл акцияһы
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сараларын яҡтыртыуҙа “Башҡортостан” гәзите редакцияһы әүҙем эшмәкәрлек алып барҙы. Гәзит биттәрендә был темаға арналған мәҡәләләр йыш донъя күрҙе, байтаҡ проблема тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләштек, ҡырҡыу мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡтыҡ. Шулай ҙа редакция үткәргән иң сағыу сараларға туҡталып китәйек: Миәкә һәм Дәүләкән райондарында экологик акция, шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылында ағас ултыртыу күңелебеҙҙә онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырҙы.
Миәкә районындағы данлыҡлы Нарыҫтау итәгендә урынлашҡан Илсеғол ауылы эргәһендә Сергеевка быуаһы бар. Уның тирә-яғында сүп-сар етәрлек. Илсеғол ауылы хакимиәте башлығы Тәлғәт Ғүмәровтың ярҙамы менән өмә ойоштороп, ике арба ҡый йыйҙыҡ. Унан Асылыкүлгә юл тоттоҡ, унда тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Гөлбикә шишмәһен төҙөкләндерҙек. Ир-егет баҫманың таҡталарын алмаштырҙы, ҡатын-ҡыҙ сүп-сар йыйҙы.
Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылында иһә урындағы хакимиәт, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре, Ибраһим ауылы балалары менән берлектә 50 төп ағас ултырттыҡ. “Виктория” лагерында беҙ ултыртҡан миләштәр алланып бешер әле…