Халыҡ оҫталары — Мәскәүҙә20.12.2013
Мәскәүҙә, Красная Преснялағы “Экспоцентр” үҙәк күргәҙмәләр комплексында, Рәсәйҙәге халыҡ кәсептәренең ХV “Ладья”. Ҡышҡы әкиәт-2013” күргәҙмә-йәрминкәһе асылды. Республика оҫталары ассоциацияларына ингән Башҡортостан предприятиелары ла унда үҙ әйберҙәрен тәҡдим итте. Сараны “Рәсәйҙең халыҡ художество кәсептәре” ассоциацияһы ойошторҙо. Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары алдынан уҙғарылған күргәҙмәлә республикабыҙҙан “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы, Өфө трикотаж фабрикаһы, “Алтын ҡулдар”, “Юнона-Павлова” шәхси предприятиелары, 64-се һәм 115-се лицейҙар, башҡа ойошмалар ҡатнаша. Башҡортостан оҫталары ассоциацияһы рәйесе, “Ағиҙел” предприятиеһының генераль директоры Зөһрә Исмәғилева әйтеүенсә, сара илебеҙ халыҡтарының һөнәрселек һәм художество йолаларын һаҡлап ҡалыуҙы, үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя һәм Мәҙәниәт йылына арнала. Республикабыҙ һөнәрмәндәре унда милли кейем-һалымдың иң яҡшы өлгөләрен, дебет шәл, ҡиммәтле йәнлек тиреһенән тегелгән әйберҙәр, таштан яһалған сувенирҙар тәҡдим итә.
Сараны асыу тантанаһында “Рәсәйҙең халыҡ художество кәсептәре” ассоциацияһы идараһы рәйесе Геннадий Дрожжин, Дәүләт Думаһы депутаты Иосиф Кобзон, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Виктор Лопатников, сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Виктор Евтухов, “Транснефть” йәмғиәте президенты Николай Токарев, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Владимир Страшко, Мәскәү ҡалаһының Фән, сәнәғәт сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡ департаменты етәксеһе Алексей Комиссаров ҡатнашты.
“Ладья” барған көндәрҙә байтаҡ осрашыуҙар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, оҫталыҡ дәрестәре, ижади бәйгеләр, күңел асыу саралары ойоштороу ҡарала. Күргәҙмә-йәрминкә 22 декабргә тиклем дауам итә. Балалар, пенсионерҙар һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр күргәҙмә-йәрминкәгә бушлай индерелә.


Вернуться назад