Йыл кешеһе
Халҡы өсөн бик күпте башҡарған академик, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән булараҡ танылған Нияз Мәжитов, һис шикһеҙ, ошо исемгә лайыҡ.
Әйткәндәй, олуғ шәхес быйыл үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләне, күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Ғүмере эсендә бик күп матур эштәр башҡарырға өлгөргән ул.
Ғалим Ғафури районында тыуған, Пермь дәүләт университетын тамамлаған. 300-гә яҡын ғилми эш, шул иҫәптән 12 монография авторы. 1957 йылдан алып 2006 йылға тиклем ғилми хеҙмәткәр һәм отряд етәксеһе сифатында археология экспедицияларында ҡатнаша. Бөрө ҡәберлеге, Турбаҫлы ҡурғандары, Өфө-II ҡаласығы һәм башҡа бик күп объект — уның тарафынан тикшерелгән төп ҡомартҡылар. Бынан тыш, Нияз Абдулхаҡ улы Көньяҡ Уралдағы урта быуат археология ҡомартҡыларын асҡан.
Һис арттырмай шуны әйтергә була: Нияз Мәжитов Башҡортостандың беренсе профессиональ археологы. Республикала был фәнде үҫтереү буйынса иңендә ҙур яуаплылыҡ ятыуын ул яҡшы аңлай һәм ғүмере буйы шул бурысты бойомға ашыра. Бөгөн Өфө Рәсәйҙә археология фәне үҫешкән, фән докторҙары, кандидаттары күп булған ҙур, абруйлы ғилми үҙәк һанала икән, бында, әлбиттә, Нияз Абдулхаҡ улының өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Беҙ уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының беренсе рәйесе, Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһының элекке етәксеһе булараҡ та беләбеҙ. Әлбиттә, йәмәғәт эшенә күсеүе ғалимды ете йылға фәндән айырып торҙо, әммә тырышлығы бушҡа булманы, исеме республика тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылды.
Нияз Мәжитов бөгөн дә ҡул ҡаушырып ултырмай, әлеге мәлдә “Башҡорт халҡының этногенезы (барлыҡҡа килеүе) һәм уның этник тарихы” тигән хеҙмәт яҙа. Тарихи асыштары тураһында гәзитебеҙ битендә лә сығыш яһап тора ул.