Ил Президенты ла ҡатнашты20.12.2013
Ил Президенты ла ҡатнаштыЙыл ваҡиғаһы

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты быйыл ҙур юбилейын — 225 йыллығын — билдәләне.
Үҙәк диниә назаратының тарихы 1788 йылдың 22 сентябренән — батшабикә Екатерина II Өфөлә Ырымбур магометан диниә йыйылышы ойоштороу тураһындағы указға ҡул ҡуйған көндән — башланған. Был — ил тарихында ифрат ҙур ваҡиға. Бер яҡтан ҡарағанда, мосолмандарҙың күңелендә ятҡан күптәнге хыялы тормошҡа ашһа, икенсенән, дини ойошма булдырыу халыҡтың рухи үҫешенә генә тәьҫир итмәй, ә дәүләтте иҡтисади, сәйәси йәһәттән нығытыуға нигеҙ һала.
Рәсәй — һәр ваҡыт үҙгәреш юлында, сәйәсәт бер урында тапанып тормай, етәкселәр алмашына, әммә динебеҙ, халҡыбыҙҙы туплаған юғары көс булараҡ, үҙ урынында ҡала килә. Был йәһәттән Үҙәк диниә назаратының йәмғиәтте тура юлдан алып барыуға индергән тос хеҙмәтен билдәләмәү мөмкин түгел. Уның юбилейын ҙурлап уҙғарыу ҙа һайланған һуҡмаҡтан тайпылмау фарызлығын раҫлай.
Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының 225 йыллығына арналған байрам өс көн барҙы. Унда 30-ҙан ашыу илдән дини ойошма, конфессия вәкилдәре ҡатнашты. Байрам уңайынан Дим районында яңы иман йорто асылды, Үҙәк диниә назаратының тәүге мөфтөйө Мөхәмәтйән Хөсәйеновтың ҡәберенә зыярат ҡылынды, ғилми-ғәмәли конференциялар, имамдар менән осрашыу уҙғарылды.
Тантаналы сарала Владимир Путиндың да ҡатнашыуы бөгөнгө тормошта дини тәрбиәнең мөһимлеген тағы ла бер ҡат раҫланы. Ил башлығы ошо уҡ көндә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр советы ултырышын үткәрҙе, мөфтөйҙәр менән осрашты.


Вернуться назад