Йәшәү көсө алға атлата20.12.2013
Йәшәү көсө алға атлатаБашҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
"Һынау" тиһәң, кешеләрҙең күбеһе уҡыу йорттарында белемдең сифатын тикшереү алымдарын, сирек аҙағын, сессия мәлен күҙ алдына килтерер. Ысынбарлыҡта, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Аллаһ Тәғәлә биргән һәр көнөбөҙ ошондай имтихандарҙан хасил. Донъя — ул һынау йорто. Иртәнсәк уянған һәр кемдең алдында ике юл тора: беренсеһе — Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшеү, икенсеһе — шайтанға эйәреп, ситкә китеү. Изге "Ҡөрьән"дәге "Әл-Бәҡара" сүрәһенең өс аят-кәримәһендә лә ошо хаҡта һүҙ бара. "Һеҙҙе ниндәй ҙә булһа хәүеф, аслыҡ, йәндәрҙең, малдың, емеш-еләктең кәмеүе менән һынайбыҙ", — тиелә унда. Тимәк, бындай халәттән бер әҙәм балаһы ла ситтә ҡалмай. Берәүҙәрҙең ғаиләһенә ҡыйынлыҡ килә, бәғзеләрҙең мал-тыуары, үҫтергән емеш-еләге, ҡорған донъяһы зыян күрә — быларҙың барыһын да Хоҙай Тәғәлә имтихан ҡылыу өсөн ебәрә. Шул уҡ ваҡытта, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, иң ҙур ауырлыҡтарҙы кисергән әҙәм балаһы ябай кеше түгел: бындай йөк Аллаһ Тәғәләнең иманын, тәрбиәһен, бойороғон еткереп тороу бурысын йөкмәгәндәргә генә һалына. Ҡорамалдарҙа ла бит механизмдың эшендә төп ғәмәлде үтәгән деталдәр айырым сыныҡтырыла, уларға ныҡлы тикшереү уҙғарыла.
Ҡайғы-хәсрәт килгән ваҡытта әҙәм балаларының күбеһе уны күтәрә, сыҙай алмай, һәм был, әлбиттә, уларға ауырыу булып ҡайта. Шул саҡта "Барыбыҙ ҙа — Аллаһ Тәғәләгә ҡайтыусы" тип доға ҡылһаң, сабыр итһәң, Хоҙай рәхмәтен насип итер. Ошо йәһәттән мәғрифәтсебеҙ Аҡмулла бер нәсихәтендә:
Дүртенсе ҡиммәтнамә — шөкөр, тигән,
Ниғмәттән шөкөрһөҙлөк — көфөр, тигән.
Ятҡан ерҙән "Хоҙай, кисер" тигән — хурлыҡ,
Сәбәп эҙләп, төҙ юл менән йүгер, тигән, —
тип яҙған. Тимәк, Аллаһ Тәғәлә биргәнгә шөкөр итеп йәшәргә тейешбеҙ.
Әлбиттә, донъя гел генә ауырлыҡтан тормай, уның артынан еңеллек тә килә. Миҫал өсөн йылдың дүрт миҙгелен алып ҡарайыҡ. Уларҙың һәр береһенең үҙ йәме, бәрәкәте бар. Ауырлыҡтары ла күп. Шуларҙы ваҡытында лайыҡлы күтәрә белһәң, мәҫәлән, эҫе йәйҙә сыҙамлыҡ, тырышлыҡ менән мал аҙығы әҙерләһәң, ҡышты тыныс үткәрерһең. "Йә, Рәсүлуллаһ, Ҡиәмәт ҡасан була?" — тип ҡыҙыҡһынған бер ғәрәп Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән. "Ә һин уға нимә әҙерләнең һуң?" — тип һорауға һорау менән яуап биргән Пәйғәмбәребеҙ. Бының хикмәте шунда: Хоҙай Тәғәләнең ҡушыуы менән Ҡиәмәт көнө килер, әммә уға яуап итеп изгелек әҙерләгәнбеҙ икән, ҡурҡынысы юҡ.
Ҡайғы-хәсрәтте, мәшәҡәтте сабыр үткәреү тик ултырыу тигәнде түгел, бәлки, ошо ауырлыҡтан сығыу юлын эҙләү зарурлығын аңғарта. Мәҫәлән, йөҙә белмәгән кеше һыуға ҡолап төшһә, батыуы ихтимал. Әгәр инде баҙап ҡалмайынса аяҡ-ҡулын хәрәкәт иттерһә, йәшәү өсөн тырышһа, әкренләп ярға килеп сығасаҡ. Күсер ҡоштарға ҡарағыҙ: тормошто дауам иттереү, бала сығарыу өсөн күпме юл үтә улар! Хатта ки асфальтты тишеп сыҡҡан үләндәр, мәғрур ҡаялар араһында ҡыҫылып булһа ла үҫеүен дауам иткән ағастар бар бит! Ошоларҙы ғына алып ҡарағанда, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, йәшәү көсө күңелдә булырға тейеш. Ауырлыҡтарҙы сабырлыҡ, тырышлыҡ менән үтәйек тә алға атлайыҡ! Тормош юлы бормалы, Хоҙай уны бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, ҡыйын саҡтарҙа ярҙам күрһәтешеп, шатлыҡ-ҡайғыны уртаҡлашып үтергә насип ҡылһын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад