Башҡорт баҫмаларына иғтибар юҡ18.12.2013
Башҡорт баҫмаларына иғтибар юҡРайондарҙа ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һүлпән бара. Сәбәптәре етерлек, әлбиттә. Күптәр эш хаҡы алмай, әҙ генә пенсия, пособиеға көн итеүселәр бихисап. Тамаҡ ас булғанда, ниндәй рухи аҙыҡ тураһында уйланһын инде кеше...

Ҡулайлаштырыу сәйәсәте почта хеҙмәтен дә урап үтмәне. 3-4 мең һум ғына эш хаҡы алып, бер нисә ауылды хеҙмәтләндерергә мәжбүр булған почтальондарҙың хәлен кем аңлар? Асылда гәзит-журналдың ваҡытында килеү-килмәүе уларға ғына бәйле лә түгел. Ә бына ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙыртыу хәстәре менән, нисек кенә ҡыйын булмаһын, барыбер улар шөғөлләнергә тейеш.
Тағы бер борсоулы хәл тураһында әйтмәй булмай. Беҙҙең яҡта, хәйер, күрше-тирә райондарҙа ла, урыҫ телендә сыҡҡан республика баҫмаларына мәжбүри яҙҙыртыу сәйәсәте алып барыла. Ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, мәктәп директорҙары эш урындарына ғына түгел, хатта өйҙәренә лә алдырырға тейеш ул гәзиттәрҙе. Ауыл Советы депутаттары, башҡа зыялылар ҙа сәйер “кампания”нан ҡотола алмай.
Был һис тә килешкән эш түгел, әлбиттә. Килеп тыуған хәл күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Тираждары йылдан-йыл кәмей барған башҡорт баҫмаларына ҡасан иғтибар булыр?


Вернуться назад