Өфөнөң В.И. Ленин исемендәге паркында СССР-ҙың халыҡ артисы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Арыҫлан Мөбәрәковҡа һәйкәл асылды. Тантаналы сарала Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, шулай уҡ театр эшмәкәрҙәре, мәшһүр сәхнә оҫтаһының яҡташтары ҡатнашты.
— Минеңсә, бөгөнгө кеүек иҫтәлекле ваҡиғалар беҙҙе лә, йәш быуынды ла тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә, — тине ҡотлау телмәрендә Әминә Шафиҡова. — Беҙ геройҙарыбыҙҙы иҫләргә тейешбеҙ. Республикабыҙҙың данын арттырған арҙаҡлы шәхестәрҙең тәжрибәһен киләһе быуынға тапшырырға кәрәк. Шуға ла ошондай иҫтәлекле көндәрҙең беҙҙең тормошта күберәк булыуын теләйем.
Алыҫ араны яҡын итеп, Белорет районынан Арыҫлан Мөбәрәковтың яҡташтары ла килеп еткәйне. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев үҙ сығышында оло шәхестең исемен мәңгеләштереү йәһәтенән төбәктә башҡарылған эштәр хаҡында һөйләп үтте.
— Яҡташтары Арыҫлан Мөбәрәковты онотҡаны юҡ, — тине Илгиз Сафа улы, — Тыуған ауылы Асыла музейы эшләй, шунда уҡ бюсы ла ҡуйылған. Мәшһүр актер тәрбиәләнгән Сермән балалар йорто уның исемен йөрөтә, унда ла бюст урынлаштырылды. Райондың биш ауылында, шулай уҡ Белорет ҡалаһында Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге урам бар. Беҙҙә йыл һайын оло шәхес иҫтәлегенә халыҡ театрҙары конкурсы уҙа.
Күренекле шағир Ирек Кинйәбулатовтың Арыҫлан Мөбәрәковҡа арналған шиғырын уҡыуы был көндә бик тә урынлы булды.