Аждаһаның күңеле киң05.01.2012
Аждаһаның күңеле киңЯңы йыл байрамы дауам итә, дуҫтар! Баш ҡалабыҙ халҡы ла был көндәрҙә рәхәтләнеп ял итә, яңы үрҙәргә көс-дарман йыя.
Йомарт Аждаһаның күңеле киң, бүләктәре мул. Яңы йыл кескәйҙәрҙе мажаралы тамашалары менән һөйөндөрөүен дауам итә. Майҙансыҡтарҙың түренә ҡунаҡлаған ҡупшы шыршыҡайҙарҙың да балаларҙы өйөнә һис ҡайтарғыһы килмәй: бында көноҙоно төрлө уйындар ойошторола, ярыштар үткәрелә, һырғалаҡтар ҙа буш тормай.
Өфө халҡы, ҡунаҡтар мәҙәниәт һәм ял парктарында һыбай йөрөп, саңғыла, санала, боҙҙа шыуып кинәнә. Кинотеатр, театр, музей, күргәҙмә залдарының да ишектәре асыҡ.
Әле күп кенә мәктәп уҡыусылары республиканың, Рәсәйҙең ҡалалары буйлап сәйәхәт ҡыла. Баш ҡала хакимиәте һәләтле, әүҙем, шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән йәки күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр хаҡында хәстәрлек күрергә лә онотмаған. Уларға 9 ғинуарға тиклем Башҡорт дәүләт филармонияһы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма, Өфө дәүләт ҡурсаҡ театрҙарында ойошторолған байрам кисәләрендә ҡатнашыу мөмкинлеге булдырылған.
Өфөнөң Милли йәштәр театрында ла Яңы йыл кәйефе хөкөм һөрә. Унда һәр быуын вәкилен өр-яңы тамашалар көтә. Фойелағы ҡупшы шыршы янында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, Аждаһа төрлө уйындар үткәрә. Театрҙың башҡорт труппаһы кескәйҙәр өсөн “Аждаһаны нисек уятырға?” тигән мажаралы спектакль әҙерләгән. Яуыз йән менән Мәскәй әбей, ергә аяҡ баҫмаһын өсөн, бәләкәс Аждаһаны тәрән йоҡоға талдырған икән. Яңы йыл хужаһын уятырға йәнлектәрҙең генә көсө етмәй: уларға, баҡтиһәң, йәш тамашасыларҙың да ярҙамы кәрәк...
Дилбәр ИШМОРАТОВА


Вернуться назад