Уңайлы мөхит булһын18.12.2013
Бөгөн республикала 300 мең тирәһе инвалид йәшәй. Уларҙың 14 меңдән ашыуын балалар тәшкил итә. Кисә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе социаль яҡлау буйынса мәсьәләләр Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы кәңәшмәһендә ҡаралды.
– Республикала инвалидтарҙы яҡлау буйынса бөтә саралар дәүләт, муниципаль органдар менән берлектә атҡарылырға тейеш. Хөкүмәттә инвалид балаларҙы дауалау буйынса мәсьәләләрҙе ҡайтанан ҡарау талап ителә. Ғөмүмән, кескәйҙәр өсөн махсус реабилитация үҙәге төҙөргә кәрәк. Күп кенә магазиндар пандустар менән йыһазландырылһа ла, улар буйлап күтәрелеүе яйһыҙ. Инвалидҡа эш биреүҙән дә баш тарталар. Был иһә – законды тупаҫ боҙоу, – тине республика Президенты Рөстәм Хәмитов.
Өлкәндәрҙең инвалидҡа әйләнеүенә тәү сиратта ҡан әйләнеше системаһы эшмәкәрлеге боҙолоуы, яман шеш һәм һөйәк-быуын сирҙәре сәбәпсе. Балаларҙы ғәрип итеүсе ауырыуҙарға килгәндә, тыумыштан килгән сирҙәр өҫтөнлөк итә. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова әйтеп уҙҙы.
Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Шамил Хәлитов «Уңайлы мөхит» республика маҡсатлы программаһының тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне. Әйткәндәй, 2008 йылда Рәсәй Федерацияһы Инвалидтар хоҡуҡтары тураһындағы конвенцияға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, илдең башҡа граждандары менән бер рәттән инвалидтарға ла эргә-тирәләге ҡоролмаларға, биналарға, транспортҡа инеү, мәғлүмәткә, бәйләнешкә эйә булыу һәм башҡа мөмкинлектәр тыуҙырылырға тейеш. Был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн 2011 – 2015 йылдарға иҫәпләнгән «Уңайлы мөхит» маҡсатлы программаһы эшләй.
– Беҙгә инвалидтарҙы социаль яҡлау буйынса башҡа төбәктәр өсөн дә өлгө булырлыҡ программа кәрәк. Әле алдыбыҙға ҡуйылған мәсьәләләрҙе эҙмә-эҙлекле хәл итәбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.