Баймаҡтар ҡалала мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы ҡасан төҙөлөүен хәтерләмәй ҙә, сөнки күптән балалар баҡсаһы сафҡа ингәне юҡ.
Шуға ла ҡаланың олпат юбилейын ҡаршылаған мәлдә өр-яңы балалар баҡсаһы асылыуы барыһы өсөн дә оло бүләк булды. 250 урынға иҫәпләнгән, өр-яңы мебель менән йыһазландырылған “Миләш” заман талаптарына яуап бирерлек. Иркен һәм ҙур бүлмәләрҙә йоҡо, уйнау, ашау һәм ял итеү өсөн бар шарттар булдырылған. Тышта – төрлө йәштәге балалар өсөн махсус эшләнелгән уйын урындары. Исеме есеменә тап килһен тигәндәй, баҡсаны уратып миләш үҫентеләре лә ултыртып ҡуйғандар.
Бөгөн бында 12 башҡорт һәм урыҫ төркөмө эшләй. Һәр береһенә 20 бала йөрөй. Беҙ барғанда “Ҡарлуғас” һәм “Бал ҡорттары” төркөмдәре саф һауала рәхәтләнеп уйнай ине. Тәрбиәселәре Зифа Хәсәнова менән Гөлсинә Нафиҡова кескәйҙәргә төрлө ҡышҡы уйындар өйрәтә, ҡар бөртөктәре һәм Һыуыҡ бабай тураһында әкиәттәр һөйләй. Балалар рәсем дәресендә ҡыш тураһында һүрәттәр ҙә төшөргән. Уларҙың алһыуланған йөҙҙәренә, сыр-сыу килеп ҡар бәрешеп уйнауҙарына ҡарап, “Миләш”тә бигерәк күңелле икән тип уйлап ҡуяһың. Бәхетле бала саҡтың иң матур хәтирәһенә әйләнәсәк был мәлдең күп кескәйҙәрҙең күңелендә оҙаҡ һаҡланасағына иманым камил.
Әйткәндәй, матур балалар баҡсаһын “Баймаҡ ПМК”һы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (директоры — Р.Р.Сырлыбаев) төҙөгән.