Заманса бүлексә — халыҡҡа бүләк18.12.2013
Заманса бүлексә — халыҡҡа бүләкҠалала юбилей айҡанлы асылған объекттарҙың береһе – дауахана ҡаласығында барлыҡҡа килгән инфекция бүлексәһе. Заман талаптарына яуап бирерлек итеп төҙөлгән бындай бүлексә республикала бик һирәк. Элеккеһенән айырмалы, йоғошло сирҙәргә дусар булыусылар айырым урынлаштырыла. Әле бында барлығы һигеҙ бокс бар: интенсив терапия, киҫкен респиратор вирус инфекцияһы, эсәктәр инфекцияһы, бөйөр синдромы, геморрагик биҙгәк палаталары һәм башҡалар. Ауырыуҙар коридорға сығып йөрөмәй, барлыҡ уңайлыҡтар тыуҙырылған. Инфекция бинаһы – көньяҡ-көнсығыш райондарында махсус проект буйынса төҙөлгән берҙән-бер бүлексә. Ул заманса техника һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған, бер юлы 15 кеше дауалана ала.
Заманса бүлексә — халыҡҡа бүләкӘле бүлексәлә 21 хеҙмәткәр һанала. Оҙаҡ йылдар шәфҡәт туташы булып эшләгән Сания Хәмитова, Нәсимә Ғүмәрова, Сәғиҙә Ғәлина, Фирүзә Юнысбаевалар яңы хеҙмәт шарттарынан бик ҡәнәғәт, ауырыуҙарҙы дауалау күпкә еңелерәк, бар уңайлыҡтар тыуҙырылған, тип ҡыуана.


Вернуться назад