Яңы йыл тыуғас, әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевҡа шылтыратып, хәлен белештек. Шөкөр, унынсы тиҫтәһен ваҡлаған ағайыбыҙҙың кәйефе көр. “Байрам көндәрендә кешеләргә әйтер һүҙегеҙ барҙыр”, – тигәс, ул: “Туҡтағыҙ әле, редакцияға үҙем барайым. Телефон аша түгел, күҙгә-күҙ ҡарап әйтәһе һүҙҙәрем, теләктәрем бар”, — тип дәртләнде лә китте. Күп тә үтмәне, телефонда өҙөлгән әңгәмәбеҙ редакция бүлмәһендә ялғанды.
— Һүҙемде оло Ватаныбыҙҙан — Рәсәйҙән башлағым килә, — тине Нәжиб Асанбаев. — Әле яңыраҡ ҡына Рәсәй Дәүләт Думаһына депутаттар һайланыҡ. Мин уларҙың барыһын да тиерлек яҡшы беләм. Дәүләт кимәлендә фекер йөрөтөрлөк һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем эшләгән кешеләр. Бер һүҙ менән әйткәндә, ышаныслы кешеләр. “Берҙәм Рәсәй” һәм КПРФ сәйәси партияларынан һайланған депутаттарға өмөтөм айырыуса ҙур.
Март айында Рәсәйгә яңы президент һайланасаҡ. Хәҙерҙән үк инде күпселек халыҡ Владимир Путинға өмөт бағлай. “Берҙәм Рәсәй” партияһы ла уны тәҡдим итте. Шул уҡ ваҡытта ил башлығы вазифаһына кандидаттар берәү генә түгел — был да, минеңсә, демократия емеше.
Яңы һайланасаҡ президент һәм Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа үткән илдең күренекле шәхестәре, аҡыл эйәләре, белгестәр Рәсәйҙе тағы юғарыраҡ күтәрһен. Рәсәй ҡасандыр Америка, Германия, Япония кеүек илдәр менән бер рәттән бөйөк держава булып тора ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөйөклө илебеҙ һуңғы ваҡытта икенсе, өсөнсө дәрәжәләге дәүләттәр араһында ҡалды. Ғәжәп бит, быуаттар буйына һөйрәлеп килгән Ҡытай алға сыҡты, Америка кеүек илдәр менән ярыша. Ышанам, Рәсәйҙең киләсәге бар. Оло Ватаныбыҙ күтәрелһә, Башҡортостаныбыҙ ҙа яңы бейеклектәр яулар, башҡа төбәктәр ҙә етеш, матур тормошта донъя көтөр.
Мин һайлау алды пропагандаһын ентекләп күҙәтеп барҙым. Һүҙ күберәк иҡтисад тураһында булды. Башҡортостанға, мәҫәлән, Рөстәм Хәмитов Президент булып килгәс тә үҙенең Программаһын иғлан итте: яңы эш урындары булдырыу, юғары хеҙмәт хаҡы түләү, сәнәғәтте күтәреү, завод-фабрикалар төҙөү, инвестициялар йәлеп итеү... Әлбиттә, быларҙан да ҙурыраҡ тағы ниндәй изге бурыстарҙың булыуы мөмкин!
Әммә һайлау кампанияһы барышында билдәләнгән ҙур маҡсаттар араһында мин бер нәмәне күрмәй ҡалдым шикелле. Нимә тиһегеҙме? Ул — халыҡтың милли йәне! Милли рухиәт тураһында һүҙ бөтөнләй булманы тиерлек. Ә бит халыҡ — ул халыҡ ҡына. Милләт тигән бөйөк төшөнсә лә бар бит әле. Әгәр милләттәр бөтөп, бер халыҡ ҡына тороп ҡалһа, йәшәүҙең ҡыҙығы, йәме ҡалмаҫ ине. Кешеләр иң тәүҙә үҙҙәренең милли рухы тураһында уйлай. Ә нимә һуң ул милли рух, халыҡтың йәне? Ул — туған тел. Туған телдә йырланған йырҙар, милли йәндән ағылған моңдар. Әгәр беҙ тик иҡтисадты күтәреү менән генә шөғөлләнһәк, иң изге тойғо булған милли рух һүреләсәк, һүнәсәк.
Быйыл Рәсәйҙең буласаҡ президенты, депутаттар халыҡтарҙы халыҡ тип кенә түгел, уларҙың милли йөҙөн дә аңлап ҡараһын ине. Милли моңдарыбыҙ яңғырап тормаһа, туған телдә уҡый алмаһаҡ — беҙҙең киләсәгебеҙ юҡ! Ул саҡта йәштәребеҙҙе нимә көтә? Йәштәр, әлбиттә, бәхет эҙләп, сит илдәргә ағыласаҡ, иң тәүҙә таланттар китәсәк. Бына шуға ла халыҡҡа милләт булараҡ ҡарарға кәрәк. Бер халыҡты икенсеһенән айырып торған берҙән-бер сифат ул. Ләкин, дуҫтар, кемдер килеп милләтте күтәрер тип ышанып ятырға ярамай. Үҙ милләтеңдең ҡәҙерен белеп, тарихын онотмай, ата-бабаларҙың васыяттарын иҫкә алып, милли йәнебеҙҙе һаҡлау өсөн көрәшергә кәрәк. Илебеҙҙә барған ваҡиғаларға күбебеҙ битарафлыҡ күрһәтәбеҙ. Был бик ҡурҡыныс! Милләтте һаҡлау илдең төп бурысы булырға тейеш.
Мин, аҡһаҡал һәм яугир булараҡ, барығыҙға ла бәхет теләйем. 2012 йыл шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан мәхрүм итмәһен, оло бәхеттәр алып килһен. Беҙ Бөйөк Рәсәй булып йәшәйек, Бөйөк Башҡортостан булып ҡалайыҡ!
С. ӘБҮЗӘРОВ яҙып алды.