Йәнә 41 ғаилә ҡыуанды17.12.2013
Учалы районы хакимиәтендә йәш ғаиләләргә торлаҡ һатып алыу өсөн социаль ярҙам биреү тантанаһы уҙғарылды.
Бөтәһе 41 ғаиләгә 20 миллион һумлыҡ торлаҡ сертификаттары тапшырылды. Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев өй туйлаусыларҙы ҡотлап, документтар таратты.
— Ғаилә институтына ярҙам күрһәтеү илебеҙҙәге, республикабыҙҙағы социаль сәйәсәттең өҫтөнлөклө йүнәлеше булды һәм булып ҡала, — тине район етәксеһе. — Бөгөн ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлауҙың әһәмиәтен арттырыуға ҙур иғтибар бирелә. Һуңғы өс йыл эсендә генә районыбыҙҙағы 181 ғаилә сертификатҡа эйә булды.
Быйыл район хакимиәте йәш ғаиләләргә субсидия биреүгә документтар әҙерләү йәһәтенән ҙур эш башҡарған. Һөҙөмтәлә Учалы районы алынған сертификаттар һаны буйынса Өфө менән Стәрлетамаҡтан ҡала өсөнсө урынды биләй.
Йәш ғаиләләрҙең күпселеге тантанаға балалары менән килгән. Район хакимиәте башлығы, һуңғы йылдарҙа сабыйҙар һанының артыуын билдәләп, социаль ярҙам мәсьәләләренә иғтибарҙы йүнәлтте. Быйыл Учалы районында 1 154 сабый донъяға килгән, былтыр иһә 1 127 ине.