Яңы йыл бүләге – аквапарк!17.12.2013
Яңы йыл бүләге – аквапарк!Өфөлә аквапарклы "Планета" сауҙа-күңел асыу үҙәгенең файҙаланыуға тапшырылыуы Башҡортостан тарихында сағыу ваҡиғаларҙың береһенә әйләнде. Уны асыу тантанаһында республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡатнашыуы һис тә осраҡлы түгел.
Тимәк, баш ҡалабыҙҙа халыҡҡа ялын файҙалыраҡ, күңеллерәк үткәреү өсөн тағы бер уңайлы урын барлыҡҡа килде. Бында аяҡ баҫҡандар үҙҙәрен мөғжизәле утрауҙағы ише хис итһен өсөн барыһы ла хәстәрләнгән. Мәҫәлән, "Өйөрөлтмә", "Етеҙ йылға", "Тау шишмәһе", "Анаконда" тигән “йылға”лар, "Ирекле ҡолау", "Камикадзе" исемле "тау"ҙар, шулай уҡ бассейндар һәммәһенә лә оҡшар, моғайын. Ул ғына ла түгел, сауна, төрөк мунсаһы, кафе һәм ресторандар бар.
Яңы йыл бүләге – аквапарк!Хаҡтарға килгәндә, кеҫәгә әллә ни һуҡмай: өлкәндәр өсөн – 1 300 һум, балаларға 900 һум (көнө буйына). Ял көндәрендә 500 һумға ҡыйбатыраҡ, әлбиттә. Аквапарк көнөнә мең кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән.
Ниһайәт, өфөләрҙең, ғөмүмән, башҡортостандарҙың хыялы тормошҡа ашты – үҙебеҙҙең аквапарк асылыуын күп йылдар көткәйнек бит. Өфөнөң ошондай ҡоролмаһы булған ҡалалар исемлегенә инеүе шәп бит! Хәҙер беҙгә аквапаркта ял итәм тип Һамар, Ҡазан һәм Магнитогорск ҡалаларына йөрөү ихтыяжы юҡ. Әлбиттә, еңеү еңел бирелмәне. Бындай бинаны төҙөтөүе ауыр, шуға ла проект өҫтөндә эшләгән дизайнер һәм төҙөүселәргә ихлас рәхмәт һүҙҙәре әйтелде.
– Яңы йыл алдынан ошондай бүләк алыу бигерәк тә яҡшы, – тип тамамланы сығышын Рөстәм Зәки улы.


Вернуться назад