Балаларға — яңы тепловоз05.01.2012
Өфөнөң Иван Якутов исемендәге паркына балалар тимер юлы өсөн яңы тепловоз килтерелде. Локомотив 10 миллион һумға төшкән. Ярты быуаттан ашыу яҡшы хеҙмәт иткән иҫке тепловоз иһә Һамарҙағы тимер юл музейына ҡуйыласаҡ.
Өфөнөң балалар тимер юл вокзалы директоры Ғәббәс Садиҡов әйтеүенсә, яңы тепловоз ышаныслы һаҡ аҫтында. Уға йәй балаларҙы йөрөтәсәк биш вагон тағылған.
Әле йәш тимер юлсылар яңы 59-сы миҙгелде тулы әҙерлек менән ҡаршылау өсөн тәжрибәле остаздар етәкселегендә белем ала.
Парктағы тимер юл Советтар Союзы Геройы Василий Доброрез исемен йөрөтә. Ул 1953 йылда асылған, оҙонлоғо — ике километр самаһы. Йәй көнө бында тимер юлсы һөнәрен үҙләштерергә теләүсе мәктәп уҡыусылары эшләй. Уларҙың күбеһе һуңынан Өфө тимер юл транспорты техникумына йәки тимер юлсылар училищеһына уҡырға инә. Улар өсөн балалар магистралендә эшләү — етди практика.
М. МӨХӘМӘТОВА.


Вернуться назад