Сибай институты – иң яҡшылар исемлегендә17.12.2013
Сибай институты – иң яҡшылар исемлегендәРәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы, илдең юғары уҡыу йорттары эшмәкәрлеген тикшереп, уларҙың һөҙөмтәлелек мониторингы йомғаҡтарын иғлан иткәйне.
Был юлы тәүге тапҡыр бындай баһалауға дәүләт ҡарамағында булмаған юғары белем биреүсе ойошмалар ҙа йәлеп ителде. Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы һөҙөмтәһеҙ эшләгән уҡыу йорттарын айырым билдәләне. Бөгөн илебеҙҙәге төп белем биреү усаҡтарының – 18,4, уларҙың филиалдарының 20,4 проценты ошо исемлеккә ингән.
Шуныһы ҡыуаныслы: мониторинг йомғаҡтары буйынса Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты Рәсәйҙең һөҙөмтәле эшләүсе белем усағы тип табылды. Был Сибай институтында белгестәр әҙерләү кимәленең бөтә талаптарға ярашлы булыуы хаҡында һөйләй.
“Башҡортостан” гәзитенең иң яҡын дуҫына әүерелгән Сибай институты етәкселегенә һәм уның коллективына артабан да ижади уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ.


Вернуться назад