Тикшереү дауам итә14.12.2013
“Кроношпан” заводы төҙөлөшө хаҡында бәхәс, фекер алышыуҙар ҡыҙғандан-ҡыҙа. Бөгөн был мәсьәләне Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең эшсе төркөмө төплө өйрәнә. Өфөлә үткән сираттағы һөйләшеүҙә һүҙ тап шул хаҡта барҙы.

Тулы хоҡуҡлы вәкил ярҙамсыһы Александр Дрожжин белдереүенсә, төркөм ағзалары проект документтарын, эксперттарҙың һығымталарын ныҡлап өйрәнгән. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Социаль-иҡтисади эҙләнеүҙәр институты директоры Дамир Ғәйнанов, шулай уҡ Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Евгений Степанов проектты тормошҡа ашырыуҙың социаль-иҡтисади күрһәткестәргә ыңғай йоғонтоһо хаҡында үҙ фекерен әйтте: “Ағас ҡалдыҡтарынан етештереү сәнәғәтен сафҡа индергәндә санитар-эпидемиологик нормалар боҙолмаясаҡ”.
Башҡортостан буйынса Дәүләт төҙөлөшөн күҙәтеү начальнигы Шамил Ғәлиев үҙ сығышында әле объектта барлыҡ эштәрҙең туҡтатылыуын билдәләне. “Кроношпан”дың генераль директоры йәнә эксперт тикшереүе үткәреләсәге хаҡында вәғәҙә бирҙе.
Халыҡ араһында яңы заводта Ливерпулдән килтерелгән иҫке ҡорамалдар ҡуйыласаҡ тигән һүҙ йөрөй. Был ысынбарлыҡҡа тап килмәй – ҡорамалдарҙың 90 проценты яңы. Ә 10 проценты, ысынлап та, бығаса файҙаланылған. Шулай ҙа документтарға күҙ һалһаң, уларҙы йәнә 40 йыл самаһы ҡулланырға мөмкин. Инвестиция эшмәкәрлеге йәһәтенән дә тупаҫ закон боҙоуҙар асыҡланмаған.


Вернуться назад