Исеме есеменә тап килһен14.12.2013
Республиканың матбуғат сараларында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың төбәк етәксеһе вазифаһының исемен үҙгәртеү тураһындағы фекерҙәре бирелгәйне. «2010 йылда Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев республика башлыҡтары икенсе төрлө атап йөрөтөлөргә тейешле законға ҡул ҡуйғас, Башҡортостандың Конституция суды 2015 йылдың ғинуарынан «Башҡортостан Республикаһы башлығы» тип атау тураһындағы тәҡдимен индергәйне. Был вазифаның башҡортса атамаһына килгәндә, фекер алышырға кәрәк. Варианттар бар. Депутаттар ниндәйҙер ҡарар ҡабул итер. Башҡортостан Президенты вазифаһының исемен алмаштырыуҙа шаҡ ҡатырғыс нәмә юҡ», – тигәйне ул. Быға бәйле фекер алышыуҙар ҡыҙыу бара. «Һеҙ ниндәй атаманы һайлар инегеҙ?» тигән һорау менән йәнә гәзит уҡыусыларға мөрәжәғәт иттек.

Фирҙәүес ХИСАМИТДИНОВА, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, филология фәндәре докторы, профессор:
– «Башлыҡ» тигән һүҙ яҡлымын. Бөтә төрки телдәрҙә лә ул бар һәм етәксе мәғәнәһендә ҡулланыла. Урыҫ телендә атап йөрөтөләсәк «глава Республики Башҡортостан» һүҙҙәренә иһә башҡорт телендәге «Башҡортостан Республикаһы башлығы» атамаһы тура килә. «Хаким» һүҙе төрки сығанаҡлы түгел, ғәрәп теленән алынған. Ул хакимиәттәргә ҡағыла. Элек был һүҙ «судья» мәғәнәһендә лә йөрөгән.

Рауил БИКБАЕВ, Башҡортостандың халыҡ шағиры:
– Республика етәксеһенең исемен «президент» тип ҡалдырыу яҡлымын. Башлыҡ ауылдарҙа ла, райондарҙа ла бар. Президент – ул юғары исем. Беҙ шул дәрәжәгә еткәнбеҙ. Халыҡ та был атамаға күптән өйрәнгән.

Фәнүзә НӘҘЕРШИНА, филология фәндәре докторы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре:
– Президент атамаһын ҡалдырыу яҡлымын. Ҡайһы берәүҙәр «хаким» тигәнде тәҡдим итә, ләкин мин уны хупламайым, сөнки ул һүҙҙең төп мәғәнәһе «судья» тигәнгә барып тоташа. Һис юғында «республика башлығы» тип әйтергә мөмкин. Башҡортостандың ҡеүәте ифрат ҙур. Шуға уның етәксеһенең исеме лә есеменә тап килергә тейеш.

Салауат ҠАСИМОВ, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Р. Кузеев исемендәге Этнология тикшереүҙәре институтының баш ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре докторы, профессор:
– «Хаким» атамаһына туҡталам. «Башлыҡ» һүҙе милли республикаларҙың үҙенсәлеген яҡтыртмай. Ул территориаль субъекттар – крайҙар, өлкәләр өсөн ятышлы. Ә «хаким» атамаһы милли төбәктең йөҙөн билдәләй.

Әхмәр АҘНАБАЕВ, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филологияһы факультетының башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы профессоры:
– «Башлыҡ» атамаһы отошло булыр ине тип уйлайым. Был һүҙ борондан халыҡ ижадында ҙур сағылыш тапҡан. Ул бигерәк тә әкиәттәрҙә йыш ҡулланыла. Һәр термин – шартлы әйбер ул. Башта сәйер тойолһа ла, аҙаҡ халыҡ уға өйрәнеп китә.


Вернуться назад