Сираттағы геройым Белорет районының Асы ауылынан. Ул шунда тыуып үҫкән, әле лә ошонда тормош көтә.
Әҙерәк Асы ауылын да хәтерегеҙгә төшөрәйем әле. Ул хәҙерге Ҡатау-Ивановск ҡалаһы биләмәһендә ултырған булған, тиҙәр. Шул урында Ҡатау-Ивановск ҡалаһы, Самодуровка һәм Үрге Төлмәй (хәҙер ул юҡ инде) ауылдары урынлашҡан. Твердышев менән Мясников был ерҙе һатҡас, халыҡ Тоҙ йылғаһының Инйәргә ҡойған урынына килеп тамыр йәйә.
Халыҡ Инйәр заводына күмер, Ҡушйылға руднигынан заводҡа руда ташыған. Инйәр леспромхозы барлыҡҡа килгәс, ағас (утын, бүрәнә) әҙерләгәндәр. Ғәлиәскәр Моҡоев һәм Йосоп Сәмситдиновтар кеүек алтын ҡуллы балтасылары ла бар. Данлы урмансылар — Аллабирҙе Нурмөхәмәтов, Хәсән Ҡаһарманов, Мөхәмәт менән Салауат Күсәрбаевтар, Исламетдин Саҙретдинов, Мөхәмәтйән Ғарипов һәм башҡалар.
Был ауылда СССР-ҙың халыҡ артисы, Ленин, "Почет Билдәһе" Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары һәм күп кенә миҙалдар кавалеры Арыҫлан Ҡотләхмәт улы Мөбәрәков, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Рәшиҙә Мостафа ҡыҙы Түлебаева-Илтенбаева һәм башҡа билдәле кешеләр тыуып үҫкән.
Минең геройым Булат Мосабир улы Түлебаев та ошонда урман ҡырҡыусы ғаиләһендә донъяға килгән. Юғары белем ала алмай, сөнки биш бала үҫәләр. Атаһы Мосабир Инйәр леспромхозында ағас ҡырҡа, ә әсәһе Латифа йорт эштәрен башҡара, балалар тәрбиәләй. Булат — уларҙың беренсе балаһы, ғаиләлә тағы ла дүрт ҡыҙ үҫә.
Булат Түлебаев буласаҡ тормош иптәше — Яңы Хәсән ауылы ҡыҙы менән 1966 йылда танышып, ғаилә ҡоралар. Сәстәрен сәскә бәйләүҙәренә тиҙҙән 50 йыл була. Алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөтәһе лә белемле, һөнәрҙәре буйынса эшләй, тырышып донъя көтә. Ҡура тулы мал, ҡош-ҡорт, баҡсаларында йәшелсә, еләк-емеш үҫтерәләр. Балалары ла, ейән-ейәнсәрҙәре лә олатай-өләсәй янына атлығып тора. Улар ҙа эшһөйәр.
Быйыл 75 йәшен билдәләгән абруйлы хеҙмәт ветераны күптәргә өлгө булып, дәртләнеп донъя көтә.