Әрем әсеһе14.12.2013
Әрем әсеһеҺуғыш йылдары һаман хәтеремдә... 1956 йылға тиклем хеҙмәт хаҡын колхоз игенләтә бирә ине. Ҡайҙа нисек булғандыр, беҙҙә бер хеҙмәт көнөнә 250-300 грамдан түләне, сөнки ер әҙ, уныһы ла тау-таш араһында. Тимәк, бер айға өс йөҙ грамдан туғыҙ килограмм иген килеп сыға тигән һүҙ. Артығын һорау юҡ, сөнки ашлыҡ — тыуған ил өсөн.

Нисек тә ҡышты уҙғарып, яҙ етеүен көтәбеҙ. Тауҙар асылыу менән йыуа, унан һуң балтырған ваҡыты етә. Баҫыуҙар ҡарҙан әрселгәс, иген башағы, хатта көҙҙән ятып ҡалған серек бәрәңге лә аҙыҡ ине. Астан үлеп булмай бит. Бәрәңге тигәндән, һәр хужалыҡҡа дүртәр центнер мәжбүри йөкләмә бар ине. Шулай уҡ 360 литр һөт, 100 йомортҡа, 40 кило ит, өҫтәүенә, һалымы, займы... Бөгөн үткәндәрҙе уйлаһаң, нисек йәшәгәнбеҙҙер, тигән һығымта яһайым. Айыртылған һөт менән тире өтөп тамаҡ ялғай торғайныҡ.
Тағы ла шуныһы хәтерҙә ҡалған. Иген алһаҡ, әремен сүпләй инек. Ер насар эшкәртелде, ат һабаны менән йырғыслап сығаһың да сәсәһең. Шулай булғас, ашлыҡ нисек үҫһен? Яланды ҡый үләне баҫыр ине. Ҡул менән иген утайбыҙ ҙа бит, анау тиклем майҙанды эшкәртеп бөтөрөп буламы ни?
Хәҙерге ҡайһы бер ҡомһоҙ кешеләрҙе ана шул иген баҫыуында үҫкән әсе әремгә тиңләр инем. Ҡайҙа ҡарама — ҡиммәтселек, хаҡтарҙың ысҡыныуынан файҙаланып, намыҫһыҙ һатыусылар нисек теләй шулай ҡылана. Әйберҙең хаҡы арта, ә сифаты түбәнәйә. Иң ҡыйыны шул: ошо бәлә айырыуса ауыл халҡының иңенә төшә. Бына бер генә миҫал: көнбағыш майы ҡалала — 46, ә ауылға 75 һум менән ҡайта. Сөнки ауыл магазиндарында контроль дә, касса аппараты ла юҡ. Ә ҡарап торған дарыуҙарҙың күпмегә артҡанын бер Хоҙай ғына белә! Уларҙы алыр өсөн меҫкен пенсионерға ҡалаға юлланырға кәрәк, унда бара алғаны, бара алмағаны ла бар. Юл, дарыу хаҡына ярты пенсияң китә. Бер осрашыуҙа район дауаханаһының баш табибы ауылдарҙы дарыуҙар менән тәьмин итергә вәғәҙә биргәйне, тик ни өсөндөр ул үтәлмәй ҡалды.
Тағы ла бер борсоулы хәл тураһында яҙмау мөмкин түгел. Ул да булһа — эшһеҙлек. Күп йәштәр шөғөл таба алмай йөрөй бит. Эше булһа ла, хаҡы юҡ кимәлендә. Бигерәк тә ауыл балаһына ауыр, сөнки ҡалала эш урынын ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар алып бөткән. Уҡығанмы-юҡмы — урындағылар эш таба. Әллә ниндәй вазифалар уйлап сығаралар, чиновниктарҙы арттыралар... Ер мәсьәләһе буйынса ғына күпме эшем эйәһе урын биләп ултыра. Бына ҡайҙа кәрәк ул реформа!
Баҫыуҙарҙы сүп үләненән таҙартҡан кеүек, был турала ла уйларға ваҡыт, минеңсә. Ә ауылдарға баҫым яһау дөрөҫ түгел. Ошолар тураһында Ҡоролтай депутаттары ла уйланһын ине. Халыҡ бит уларҙы ышанып һайлай. Ошондай сетерекле хәлдәрҙе бер Президент ҡына хәл итә алмағаны көн кеүек асыҡ. Бер-бер артлы ҡарарҙар сыға-сығыуын, тик күбеһе үтәлмәй бит!


Вернуться назад