Кәңәштәренә таянып йәшәйҙәр14.12.2013
Кәңәштәренә таянып йәшәйҙәрМалаяҙ урта мәктәбендә арҙаҡлы яҡташтары, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, һуғыш ветераны, дүрт орден кавалеры Әхмәт Зәйнетдиновтың 100 йыллығы уңайынан мемориаль таҡтаташ ҡуйылды, Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе уҙғарылды.

Сараға Әхмәт Ҡәйүм улының уҡыусылары, хеҙмәттәштәре, балалары килгәйне. Улар район мәғарифында тәрән эҙ ҡалдырған шәхестең, данлыҡлы етәксенең тормош, эшмәкәрлек юлын хәтергә төшөрҙө, матур иҫтәлектәргә бирелде. Мәҫәлән, улы, иҡтисад фәндәре кандидаты Энгель Зәйнетдинов, атаһының күркәм тәрбиә алымдары, әсәһе Рәбиға Шакир ҡыҙының да абруйлы уҡытыусы, көслө рухлы ҡатын, хәстәрлекле әсәй булғаны хаҡында һөйләне.
— Әхмәт Ҡәйүм улы, һуғыш ветераны, тарих уҡытыусыһы булараҡ, уҡыусыларға һәр осрашыуға килеп, хәтирәләре менән ихлас уртаҡлаша торғайны. Унан өлгө алып үҫтек, биргән аҡылын бер ваҡытта ла онотмайбыҙ, кәңәштәренә таянып йәшәйбеҙ, — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Энгельс Ҡолмөхәмәтов.
Йөрәктән сыҡҡан йылы һүҙҙәр, күңелгә тәрән үтеп инеп, хистәрҙе ҡуҙғытып ебәрҙе. Әхмәт Ҡәйүм улы менән таныш булмағандарҙың да күҙендә йәш күреү арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың абруйлы етәксе генә түгел, изге, яҡты кеше лә булғанына тағы бер ҡат инандырҙы. Ошондай бөйөк шәхестәребеҙ онотолмаһын, уларҙы йәш быуын да белеп үҫһен ине.


Вернуться назад