Байым ишандың вариҫы14.12.2013
Байым ишандың вариҫыАзамат Әғзәм улы Тажетдиновтың улдарын күптән беләм. Уларға ҡарап, бындай балалар абруйлы, изге күңелле ата-әсәнән генә тыуалыр, тип уйлай инем. Быйылғы йәй Баймаҡ районында башҡорт халҡының ғалим-мәғрифәтсеһе Байым ишандың тыуыуына 280 йыл тулыуға арналған ҙур тантанала ошо арҙаҡлы ир-уҙаман менән осрашырға насип булды миңә. Әлеге сара ла уның башланғысы менән ойошторолған булып сыҡты.
Һуғыш йылдарында Тажетдиновтарҙың оло ғаиләһенең ауыр яҙмышы тураһында атайым Мөхтәр Хәсән улы Мөхәмәтҡоловтан ишетеп беләм. 1941 йылда аталары фронтҡа китә һәм, Тыуған илде һаҡлап, ҡаһармандарса һәләк була. Аслыҡ-яланғаслыҡ михнәттәренә бирешмәйенсә, әсә кеше алты баланы яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра. Ул осорҙа ғаиләләге иң өлкән балаға – 12, кесеһе, Азаматҡа, ни бары өс йәш була.
Бала саҡтан уҡ Азамат уҡытыусы һөнәрен үҙ итә. 2-се Этҡол ете йыллыҡ мәктәбен уңышлы тамамлағандан һуң, педагогия училищеһына уҡырға инә. Уҡыу йортон Темәс ауылынан Белорет ҡалаһына күсерһәләр ҙә, ниәтенән ситкә тайпылмай, уҡыуын дауам итә.
Ун туғыҙ йәше тулыр-тулмаҫтан, ул башланғыс кластар уҡытыусыһы сифатында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Тәпәшәк буйлы, тиктормаҫ егетте балалар үҙ итә. Мәктәптә пионер вожатыйы эшен башҡара, балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләргә тырыша. Бер үк ваҡытта ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетында уҡый.
Байым ишандың вариҫыТырыш, өмөтлө педагогты Баймаҡ районы халыҡ мәғарифы бүлегенә инспектор итеп күсерәләр. Күп тә үтмәй, 1969 йылда тыуған ауылына – 2-се Этҡол урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Бар булмышын, асылын яратҡан һөнәренә биреп, ошо вазифала Азамат Әғзәм улы хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй. Уның тырышлығы менән ауылда заман талаптарына яуап биргән өр-яңы мәктәп һалына.
Әммә, билдәле булыуынса, тынғыһыҙ кешеләр ял итә белмәй. Ул да тыуған яғының тарихын өйрәнергә тотона. Райондағы билдәле шәхестәрҙең яҙмышы, төбәк һәм республика үҫешендә уларҙың өлөшө тураһында әҫәрҙәр яҙып, баҫтырып сығара.
Йыйынтыҡтарында атай-олатайҙарыбыҙ, уларҙың тормошо, ҡаҙаныштары, вариҫтары хаҡында байтаҡ мәғлүмәт бар. Хәтирәләрҙә, документтарҙа тормоштоң асылы сағыла. Азамат Әғзәм улының бөтә әҫәрҙәре лә тарихи дөрөҫлөктө һаҡларға кәрәк тигән фекер менән һуғарыла. Уның геройҙарын осорҙоң сәйәси ваҡиғаларында ҡатнашҡан, золом ҡорбаны булған, реабилитацияланған шәхестәр тәшкил итә. Тарихи факттарға, документтарға нигеҙләнгән китаптар йәштәргә һабаҡ бирерлек итеп яҙылған.
Башҡорт халҡының яҙмышы өсөн борсолған Азамат Әғзәм улының көс-ҡеүәте әле лә ташып тора. Кем булыуыбыҙ, ошо ергә, эсәр һыуыбыҙға бәйләнешебеҙ хаҡында һөйләгән “Беҙ – байымдар” исемле китабында бик күп архив документтары, фотолар тупланған. 2005 йылда донъя күргән “Ел-дауылдар аша” китабы өс һуғыш менән сәйәси золом араһында был төбәктә барған ваҡиғаларҙы сағылдырһа, “Шәһәрғәзе сәсән” исемлеһе Шәһәрғәзе Ғәбдиев хаҡында бәйән итә. 2008 йылда яҡташтарының яҙмышына, тормошона арналған “Уҙған ғүмер. Хәтирәләр” китабы сыға. Ошо уҡ йылда тыуған яҡты өйрәнеүсе Рамазан Үтәғолов менән берлектә яҙылған “Сәсәндәр иленә сәйәхәт” нәшер ителә. Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы айҡанлы авторҙың яҡташтары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хаҡында “Күңелдәрҙә яра төҙәлмәгән” йыйынтығы донъя күрә. Былтыр сыҡҡан тағы бер китабы – “Оло юлда Юлыҡ”та ауылдың барлыҡҡа килеү, үҫеш тарихы сағыла. “Ғүмерем ағыштары – ғаиләм яҙмыштары” (2013 йыл) – ғаиләһенең тормошо, яҙмышы тураһында.
Баймаҡ районындағы Байым ауылына 460 йыл элек нигеҙ һалынған. Ул иң боронғо биләмәләрҙең береһе тип иҫәпләнә. Азамат Әғзәм улы Тажетдиновтың “Байым ишан нәҫелдәре” тип аталған сираттағы китабы данлыҡлы Байым ишан, төрлө йылдарҙа ошо төбәктә йәшәгән арҙаҡлы шәхестәр, замандаштарыбыҙ хаҡында һөйләй.
Байым ишандың вариҫыБыйылғы йәй байымдар өсөн онотолмаҫ булды. Бөйөк мәғрифәтсе һәм дин белгесе Байым ишандың тыуыуына 280 йыл тулыуға арналған тантаналы сараға йыйылды халыҡ. Азамат Әғзәм улының тырышлығы менән беҙ танылған ғалим хаҡында хәбәрҙар булдыҡ. Ырымбур ҡалаһында губернатор урынбаҫары тигән юғары дәүләт вазифаһын биләгән Байым ишан ул осорҙа башҡорт халҡының идеологы булараҡ танылыу яулаған. Үҙенең китабында Азамат Әғзәм улы отставкалағы губерна муллаһы Байым Динебәковтың, уның ғаилә ағзаларының төбәктәге башҡорттар араһында төп урынды биләүен документтар менән раҫлай. Билдәле булыуынса, Байым ишан ауыл мәҙрәсәһендәге шәкерттәргә белем бирә. Ул дини тәғлимәт менән берлектә арифметика, география, астрономия һәм тәбиғәт фәндәрен дә уҡыта. Дәүләт хеҙмәтенән һуң тыуған ауылына ҡайтып, белем биреү эшмәкәрлеген дауам итә. Атай-олатайҙар әйтеүенсә, ХIX быуатта төбәктәге һәр ауылда мәсет, мәҙрәсә, мәктәп булған. Урыҫ мәктәптәре дәүләт ҡаҙнаһынан финансланһа, мәҙрәсәләр халыҡ аҡсаһы иҫәбенә йәшәгән. Башҡорттар борон-борондан аң-белемгә ынтылышы менән айырылып торған. Иң һәләтлеләр күрше ҡалаларға, хатта Бохараға, Мәккәгә юлланған.
Ғүмерен балалар тәрбиәләүгә, халыҡҡа аң-белем таратыуға арнаған, бөйөк ғалимдың юлын дауам иткән, уның идеяларын йөрөткән Тажетдиновтың исеме Байым ишандың исеме менән ауаздаш. Азамат Әғзәм улы әҫәрҙәрендә йыш ҡына, башҡорт халҡы үҙенең тарихын, Байым ишан вариҫтары булыуын белергә тейеш, тип билдәләй.
75 йәшлек педагог һәм яҙыусы А.Ә. Тажетдинов изге эшен әле лә дауам итә. Эшмәкәрлегенең “Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр, СССР, БАССР һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлыҡтарының Почет грамоталары, Батыр Вәлид исемендәге әҙәби премия, башҡа наградалар менән баһаланыуы һис тә осраҡлы түгел.
Ҡатыны Люциә Хәйбулла ҡыҙы менән бергәләп өс ул һәм бер ҡыҙға ғүмер, тәрбиә биреп, тормошта үҙ урынын табырға ла ярҙам иткән улар.


Вернуться назад