БАҺИТИЯ14.12.2013
БАҺИТИЯБАРЫҺЫ ЛА ҺИНЕҢ ТИРӘ-ЯҒЫҢДА

Гөл-кәбеҫтә
(декоративная капуста)

Баҡсамда йыл да бер нисә төп гөл-кәбеҫтә ултыртам. Көҙ ғаиләбеҙҙә тыуған көндәр бер нисә – гөл-кәбеҫтә турамаларҙы биҙәүгә йәтеш, етмәһә, ул бик файҙалы ла. Үҙәккенәһен алып, итле ризыҡтар араһына ла ҡуйып ебәрһәң, үҙе бер йәм, гөлләмә лә кәрәкмәй.
Бына ауыл хужалығы фәндәре докторы Виктор Старцев уның тураһында нимә ти: “Гөл-кәбеҫтәнең йәш япраҡтарында уның башҡа төрҙәренә ҡарағанда селен өс тапҡырға артығыраҡ. Ә селен – иммунитетты нығытыусы тәбиғи матдә. Францияла уны сәнәғәт кимәлендә үҫтереп эшкәртәләр, нәзәкәтле ризыҡтар иҫәбенә индерәләр: һабағын тоҙлайҙар, япраҡтарынан төрлө турамалар әҙерләйҙәр”.
Был кәбеҫтә 12 градуслыҡ һалҡынға ла сыҙам булыуы менән отошло. Һыуыҡтар башланғас, уны тамыры менән ҡаҙып алып, үҫтереүҙе өйҙә лә дауам итеп була. Был осраҡта ул тәҙрә төбөн дә йәмләр, кәмендә Яңы йылға тиклем әле генә өҙөлгән япраҡтарынан эшләнгән турамалар менән һөйөндөрөр.
Мин быйыл гөл-кәбеҫтәне ноябрҙә һындырып алып, өйгә индереп ултырттым. Баҡсаның быйылғы һуңғы тере гөлләмәһе бүлмәне лә, табынды ла йәмләп йәнә әллә нисә көн кинәндерҙе.


Вернуться назад