Яңы йыл башланыу менән “йолаға әүерелгән” тарифтар артыуы быйыл йәйгә тиклем кисектерелә.
Газға, электрға һәм йылылыҡ энергияһына хаҡ, ғәҙәттәгесә, 1 ғинуарҙан түгел, ә 1 июлдән артасаҡ, тип аңлата Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Алексей Овчинников.
Быға тиклем, “Башинформ” хәбәр итеүенсә, хаҡ күтәрелеүҙең ярты йылға кисектерелеүе хаҡындағы ҡарар Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән. Премьер-министр Владимир Путин әйтеүенсә, тарифтарҙың 1 ғинуарҙан артыуы йыл башынан инфляцияға сәбәпсе була, ә әлеге яңылыҡ уның тиҙлеген кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Өҫтәүенә, Рәсәйҙә климат шарттарына ярашлы энергия ҡулланыу кәмей, һәм юғарыраҡ тарифҡа күсеү ҡулланыусылар өсөн еңелерәк буласаҡ, ти Премьер-министр.
Ә. ШӘРӘФЕТДИНОВА.