Ағинәйҙәр тағы өлгө күрһәтә13.12.2013
Ағинәйҙәр тағы өлгө күрһәтәСибай ағинәйҙәре яратҡан баҫмалары “Башҡортостан”ға был юлы ла хыянат итмәне: киләһе ярты йыллыҡҡа дәррәү яҙылды.

– “Башҡортостан” гәзитенең Почет таҡтаһына бер кергәс, унан һис тә төшөү юҡ, – ти ҡаланың ағинәйҙәр клубы етәксеһе Асия Ғәйнуллина. – Ҡайҙа ғына сығыш яһаһаҡ та, ниндәй сарала ҡатнашһаҡ та иң беренсе тамашасыларҙы милли матбуғатҡа яҙылырға өндәйбеҙ. Ағинәйҙәр рух һаҡсылары ғына түгел, милли матбуғат дуҫтары ла булырға тейеш тигән идеяны бар райондарға таратырға иҫәп. Беҙ халҡыбыҙҙың иң яҡшы традициялары һәм йолалары нигеҙендә йәш быуынды тәрбиәләүҙә, улар күңелендә нәфис әҙәбиәткә, матбуғатҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү уятыуҙа ҙур этәргес көс була алабыҙ. Бының өсөн ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдарын яҙҙырыу, үҙебеҙгә “Башҡортостан”, “Киске Өфө” гәзиттәрен, “Башҡортостан ҡыҙы” журналын алдырыу ҙа етә. Тәүләп үҙебеҙ өлгө күрһәтһәк, башланғысыбыҙҙы хуплаусылар табылыр, гәзиткә яҙылыусылар бермә-бер артыр тигән теләктәмен.
Шуныһы ҡыуаныслы: ағинәйҙәр ҡорона инергә теләүселәр арта ғына. Әле күптән түгел уларҙың сафын утыҙ йылдан ашыу китапханасы булып эшләгән Венера Йәнбәкова менән һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡҡан Файза Мусина тулыландырған. Бөгөн Сибай ағинәйҙәре милли кейем өлгөләрен өйрәнеп, үҙҙәре ҡашмау, селтәр, һаҡалдар эшләй. Күмәкләшеп ҡала күләмендәге барлыҡ сарала ҡатнашырға, уҡыусылар менән осрашыуҙар үткәрергә, ҡала башҡорттары ҡоролтайының эшмәкәрлегенә үҙ өлөшөн индерергә лә ваҡыт табалар. Яныбыҙҙа күңелдәре аҡ, теләктәре изге, ҡылған ғәмәлдәре уң булған ағинәйҙәребеҙҙең булыуы, уларҙың милли матбуғат тип янып-көйөп йәшәүе киләсәккә өмөттө нығыта. Тап шундай тоғро дуҫтарыбыҙ булыуына беҙ бик шатбыҙ.


Вернуться назад