Бөйөклөгө — ябайлыҡта13.12.2013
Бөйөклөгө — ябайлыҡтаЖурналист хеҙмәте ниндәй генә кешеләр менән осраштырмай! Мәҡәләмдең геройы Хәмит Ҡунаҡҡоловты тәү күргәндә: “Был абзый, моғайын, ауылда тырышып донъя көткән ябай кешелер”, — тип уйлағайным. Уның Мәләүез механика-технология техникумы директоры икәнлеген белгәс, аптырабыраҡ ҡалдым. Ысын бөйөклөктөң сере ябайлыҡта шул.

Хәмит Рәшит улы барлыҡ ғүмерен йәш быуынға белем биреүгә арнаған. Техникумға килгәнгә тиклем үк мәктәптә географиянан уҡытҡан ул. Эшенә ифрат яуаплы ҡараған Хәмит Рәшит улы өлгәшмәгән балалар менән махсус шөғөлләнә, улар башҡаларҙы ҡыуып етһен өсөн шарттар тыуҙыра. Шул уҡ ваҡытта һәр кемгә тигеҙ ҡарай: ысын уҡытыусы шулай булырға тейештер ҙә. Балаларҙы яратмай тороп, 30 йылдан ашыу педагог һөнәренә тоғро ҡалыу мөмкинме?
— Саф һәм пак сабый күңеле мине ғүмерлеккә әсир итте, — ти Хәмит Рәшит улы. — Балалар, үҫмерҙәр донъяһы өйрәнеп туймаҫлыҡ хазина ла бит ул. Йәш быуынға белем, тәрбиә биреү, уларҙы ҙур тормошҡа әҙерләү — йәшәүемдең мәғәнәһе.
Педагогтың элекке уҡыусылары уны тыныс, һәр теманы ентекле аңлатҡан остаз итеп иҫкә ала. “Хәмит Рәшит улының ҡысҡырғанын, асыуланғанын күргәнебеҙ булманы, — ти улар. — Уҡытыусыбыҙ биргән белемгә, кәңәштәргә әле булһа таянабыҙ, уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ”.
Тырыш кешенең хеҙмәте баһаланмай ҡалмай: Хәмит Ҡунаҡҡоловты оҙаҡламай мәктәп директоры вазифаһына үрләтәләр. Был урында ете йыл эшләй ул. Ошо ваҡыт арауығында мәктәп күҙгә күренеп үҫеш ала: белем сифаты күтәрелә, уҡыусылар төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеү яулай башлай, уҡыу йортоноң матди-техник хәле яҡшыра... Ҡыҫҡаһы, миллион һумлыҡ грант һәр белем усағына эләкмәй!..
Бөйөклөгө — ябайлыҡтаТехникумға иһә Ҡунаҡҡолов алтынсы йыл етәкселек итә. Ошо ваҡытта барлыҡ эштәрҙе тәртипкә һалып, үҫтерәһен үҫтереп өлгөргән ул. Уҡыу йортон тамамлаған белгестәр республикала ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, ҡалаларында уңышлы хеҙмәт итә. Урта һөнәри белем усаҡтарының байтағы бөлгән саҡта әлеге техникумдың, киреһенсә, сәскә атыуы үҙе үк күпте һөйләй түгелме?
Техникум студенттары ил, донъя кимәлендәге төрлө мәртәбәле сараларҙа ҡатнаша, еңеп ҡайта. Етәкселәре лә уларҙан артта ҡалмай. Мәҫәлән, быйыл Санкт-Петербургта уҙған халыҡ-ара форумда урта һөнәри белем биреү учреждениелары етәкселәре араһында Хәмит Рәшит улын “Йыл директоры” тип билдәләйҙәр. Был исем тырыш етәксегә баһаның сираттағыһы ғына: бихисап наградаға, маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ ул Хәмит Ҡунаҡҡолов.
— Ҙур коллектив, студенттар менән нисек идара итәһегеҙ? Хәҙерге заман үҫмерҙәрен тыңлата алаһығыҙмы? — тип һорамай булдыра алманым әңгәмәсемдән.
— Кешегә ҡарата ни ҡәҙәр мәрхәмәтле, ябай булһаң, уның менән аралашыуы, эшләүе еңел. “Елкәгә менеп ултырырға” тырышҡандар бар, әлбиттә, ундайҙар менән айырым эш алып барам. Шул уҡ ваҡытта, ябайлыҡ етди түгел тигәнде аңлатмай бит әле. Күккә күтәрелер өсөн башта ерҙән йөрөп ҡарарға кәрәк. Бөгөн, үкенескә ҡаршы, бына ошо ҡанунды онота барабыҙ.
Хәмит Рәшит улы был тәрбиәне хеҙмәттәштәренә, студенттарға, үҙ балаларына ла еткерергә тырыша. Әйткәндәй, ул ҡатыны Илүсә Фәтих ҡыҙы менән өс бала үҫтереп, ҙур тормош юлына аяҡ баҫтырған.
Башҡорттарға хас “ауыл сире” Хәмит Ҡунаҡҡоловты ла урап үтмәй: саҡ ҡына ваҡыты табылдымы, ғәзиз еренә — Ейәнсура районының Байдәүләт ауылына — ашҡына ул. Үкенескә ҡаршы, тыуған йортонда ғәзиз ата-әсәһе көтөп тормай... Шулай ҙа ҡәҙерлеләренең рухына хыянат итмәй Хәмит Рәшит улы, тыуған нигеҙенең ҡотон һаҡлай. Ябайлыҡтың нигеҙе, шишмәһе, һис шикһеҙ, ошо йортта һалынған!


Вернуться назад