Төбәктең йөрәк тибешен һиҙҙерә13.12.2013
Төбәктең йөрәк тибешен һиҙҙерәБаҫмабыҙҙың яңырыу осорон кисереүенә бөтәһе лә шаһит. Шуға күрә уҡыусыларыбыҙ баҫмаға үҙ тәҡдимдәрен яҙып ебәрә, фекерҙәрен ихлас еткерә башланы. Мәҫәлән, “Халыҡ тауышы” рубрикаһында тәүге мәҡәлә күренеү менән редакциябыҙға төрлө тарафтан хаттар яуҙы. Ысынлап та, авторҙарыбыҙ ярҙамында баҫманы уҡымлы итеү өсөн ҡулдан килгәндең барыһы ла ғәмәлгә ашырыла.

“Коллектив менән – “Башҡортостан”ға!” тигән акцияға ейәнсураларҙың да әүҙем ҡушылырына тамсы ла шикләнмәнек. Уны шунда уҡ күтәреп алдылар.
Үрген урта мәктәбе директоры Юлай Солтанбаев әйтеүенсә, балаларға төплө белем һәм яҡшы тәрбиә биреү йүнәлешендә мөғәллимдәр бурысына яуаплы ҡарай. Һәр балаға шәхси ҡараш булдырғас, һөҙөмтәләр ҙә асыҡ күренә.
Ғәҙәттә, берәй мәктәпкә барһаҡ, иң беренсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын күрһәтеүҙәрен һорайбыҙ, унан һуң китапханаға юлланабыҙ. Үргендә лә күркәм йолаға тоғро ҡалдыҡ. Һүҙ ҙә юҡ, кабинеттар матур йыһазландырылған, китапханала иң түрҙә “Башҡортостан” гәзитенең ятыуы — ниндәй шатлыҡ!
– Күп баҫмаларҙы алдырабыҙ, ә “Башҡортостан” – иң яратҡан гәзитебеҙ, – ти мәктәп директоры. – Унда республикабыҙҙың йөрәк тибеше тулыһынса сағылыш таба. Мәктәптән тыш, өйҙәренә алдырыусыларҙың күплеген белә инем. Хәҙер иһә тотош коллектив менән яҙылдыҡ.


Вернуться назад