Есемеңде асыр исемең13.12.2013
Малайҙар өсөн
Разаҡ ғәр. — ризыҡ, аш биреүсе
Разиф // Рәзиф ғәр. — риза булыусы
Радик неол. — уҙған быуаттың утыҙынсы йылдарында таралған яңы исем (мәғәнәһе химик элемент — радий — булыуы ихтимал)
Радмир неол. — уҙған быуаттың утыҙынсы йылдарында урыҫ теленән ингән; радеть (ҡайғыртыу)+мир (тыныслыҡ)
Раил // Рәил неол., ғәр. — нигеҙ ҡороусы, һалыусы
Раиф // Райыф неол., ғәр. — ҡыҙғаныусан, мәрхәмәтле
Райман неол. — уҙған быуаттың утыҙынсы йылдарында таралған яңы исем
Раҡай — мәғәнәһе билдәһеҙ
Раҡип ғәр. — теләк, хыял
Рамаҙан // Рамазан ғәр. — Ай календарындағы туғыҙынсы ай исеменән; шул айҙа тыуған балаға ҡушылған
Расих // Рәсих ғәр. — ныҡлы, төплө
Рауил неол., ғәр. — үҫмер, егет; яҙғы ҡояш; сәйәхәтсе, ил гиҙеүсе
Раушан неол., фарс. — нурлы, яҡты нур һибеүсе
Рафаил // Рафаэль неол. — урыҫ теленән ингән, сығышы менән боронғо йәһүд теленә барып тоташа. Мәғәнәһе — “Хоҙай, Аллаһ һауыҡтырҙы”
Рафил ғәр. — ҡупшы
Рафиҡ ғәр. — иптәш, дуҫ
Рахман ғәр. — рәхимле, изге ниәтле
Рахманғол ғәр., баш. — рахман+ғол; Аллаһ ҡоло, бәндәһе
Раһип ғәр. — теләк, хыял; көтөп алынған бала
Раян неол., ғәр. — һәр яҡтан тулы
Раят неол., ғәр. — байраҡ
Риза ғәр. — ризалыҡ, буйһоноу
Ризаитдин // Ризаетдин ғәр. — дингә риза, динде ярата; Хоҙайҙың яратҡаны
Ризуан ғәр. — ризалыҡ, күңел хушлығы
Ринат // Ренат неол., урыҫ — “революция, фән, хеҙмәт” тигән һүҙҙәрҙең тәүге ижегенән яһалған исем
Риф неол. — уҙған быуаттың утыҙынсы йылдарында барлыҡҡа килгән исем (“революция” һүҙенең “рев” ижегенән “риф”кә әйләнеп китеүе ихтимал)
Рифат неол., ғәр. — юғарыға олғашыу, күтәрелеү
Рифҡәт ғәр. — юғарыға олғашыу, күтәрелеү; бөйөклөк
Рифмир неол. — рев+мир (революция) һәм мир (тыныслыҡ) һүҙҙәренән
Ришат ғәр. — тура юлдан барыусы; зирәк, аҡыллы; батыр, ҡыйыу
Рияз ғәр. — баҡса, сәскәлек
Риязетдин ғәр. — диндең баҡсаһы
Роберт неол. — уҙған быуаттың утыҙынсы йылдарында барлыҡҡа килгән исем (инглизсә: дан, бөйөклөк)
Рөстәм фарс. — мыҡты кәүҙәле, көслө, ҡеүәтле; баһадир, ҡыйыу, батыр
Рузил неол. — уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында барлыҡҡа килгән исем; мәғәнәһе билдәһеҙ; тамыры фарсы теленә тоташыуы ихтимал
Руслан бор. төрк. — “Арыҫлан”дың урыҫлаштырылған формаһы
Рухылбаян // Рухелбаян ғәр. — рухыл (рухи хәл)+баян (асыҡ, аныҡ)
Рысбай баш. — ырыҫ+бай; бәхетле бала
Рысйән баш., фарс. — ырыҫлы, бәхетле йән
Рысҡол баш. — бәхетле, ырыҫлы бала
Рысҡужа баш., фарс. — бәхетле хужа, ырыҫлы кеше
Рәбиб ғәр. — үгәй бала
Рәғиб // Рәғиф ғәр. — теләп алынған
Рәғит неол., ғәр. — тыныс, сабыр
Рәдиф неол., ғәр. — эйәреүсе
Рәжәп ғәр. — Ай календарындағы етенсе айҙың исеменән; шул айҙа тыуған балаға ҡушылған
Рәзим неол. — мәғәнәһе билдәһеҙ; бәлки, “Рәзинә”, “Рәсим” исемдәренә оҡшатып яһалғандыр
Рәим ғәр. — йомшаҡ күңелле
Рәис // Рәйес ғәр. — башлыҡ, етәксе
Рәиф // Рәйеф ғәр. — ҡыҙғаныусан, мәрхәмәтле; билдәле, күренекле
Рәҡип ғәр. — һаҡта тороусы, күҙәтеүсе; һыбайлы
Рәлиф неол. — мәғәнәһе билдәһеҙ; яңы уйлап сығарылған исем булыуы ихтимал
Рәмзил неол., ғәр. — билдә, тамға; үрнәк (“рамз” тигән ғәрәп һүҙенән)
Рәмзис неол., ғәр. — яңы үҙләштерелгән; бәлки, боронғо Мысыр фирғәүене Рамзестың исеменәндер
Рәми ғәр. — уҡсы
Рәмил неол., ғәр. — тылсымлы, сихри
Рәмис неол., ғәр. — билдә, тамға; үрнәк
Рәсил неол., ғәр. — илсе (“Рәсүл”дән)
Рәсим ғәр. — 1. рәссам, рәсем төшөрөүсе; 2. йола, ғөрөф-ғәҙәт
Рәсиф ғәр. — иптәш; ныҡ, һауһаҡ.

Ҡыҙҙар өсөн
Резеда урыҫ — еҫле гөл (сәскә исеменән)
Рима неол., бор. йәһ. — 1. Рим ҡыҙы; 2. матур, һылыу
Рита неол., лат. — “Маргарита”нан ҡыҫҡартылған (Маргарита — ынйы бөртөгө)
Роза неол. — сәскә исеменән; ҡара: Рауза
Розагөл неол., фарс. — роза гөлө
Розалия — “Роза” исеменән (иркәләү формаһы)
Руза неол., фарс. — көн, көндөҙ
Рузидә неол., фарс. — ризыҡ биреүсе
Рузилә неол., фарс. — бәхетле, өлөшлө
Румия неол., ғәр. — Византия ҡыҙы
Руфинә // Руфиә неол., лат. — ҡыҙыл, һары төҫтә
Рушан // Рушана неол., фарс. — “Раушан” исеменән: яҡты, нурлы, нур һибеүсе
Рушания неол., фарс. — ҡара: Рушан, Раушания
Рухия ғәр. — рух, күңел торошо; рухлы, көслө
Рәғибә ғәр. — теләп, хыял итеп көтөп алынған
Рәғиҙә ғәр. — бай, етеш; сабыр, тыныс
Рәғинә ғәр. — гүзәл, ҡупшы; роза сәскәһе
Рәзинә ғәр. — сабыр, тыныс
Рәимә ғәр. — йомшаҡ күңелле
Рәйлә ғәр. — нигеҙ ҡороусы
Рәйсә ғәр. — башлыҡ, етәксе.

(Дауамы бар).

* баш. — башҡорт һүҙе, фарс. — фарсы һүҙе, бор. — боронғо, ғәр. — ғәрәп һүҙе, неол. — неологизм (яңы үҙләштерелгән), монг. — монгол һүҙе, лат. — латин һүҙе.

"Башҡорт исемдәре" (авторҙары — Т.Х. Кусимова һәм С.Ә. Бикҡолова) китабынан алынды.


Вернуться назад