Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 30 декабрендәге ҡарары менән ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә дәүләт кадастр баһаһы һөҙөмтәләре раҫланды. Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте ошо хаҡта хәбәр итте.
Был һөҙөмтәләргә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең, ер участкаларының кадастр хаҡы күрһәткестәре индерелде.
Ҡарар 2012 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инде.
Башҡортостан Хөкүмәтенең 2007 йылдың 22 авгусындағы “Башҡортостан Республикаһындағы ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә дәүләт кадастр баһаһы күрһәткестәрен раҫлау тураһында”ғы 234-се ҡарары юридик яҡтан көсөн юғалтҡан тип танылды.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.