Һорауҙар яуапһыҙ ҡалманы13.12.2013
Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса 12 декабрҙә, ил Конституцияһының 20 йыллығы билдәләнгәндә, Дөйөм Рәсәй граждандарҙы ҡабул итеү көнө үткәрелде.
Бындай сара донъяла тәүге тапҡыр ойошторола. Илебеҙҙең бөтә власть органдары ла — федераль, төбәк һәм урындағы үҙидара — көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 8-гә тиклем төрлө мәсьәлә буйынса халыҡты ҡабул итте.
Башҡортостанда ла был көн юғары кимәлдә үтте. Министрлыҡ, ведомстволарға, ҡала һәм район хакимиәттәренә, ауыл биләмәләренә килгән һәр кемде иғтибар менән тыңланылар, һәр һорауға тулы яуап бирҙеләр.