Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте13.12.2013
Хеҙмәтенә күрә — хөрмәтеРәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, бала тәрбиәләүҙәге һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙағы хеҙмәте өсөн Салауат ҡалаһындағы “Георесурс” йәмғиәтенең “Севергазгеофизика” филиалындағы электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе Ишморатов Радик Сәмиғулла улы, Салауат ҡалаһынан шәхси эшҡыуар Ишморатова Зилә Әбделхәй ҡыҙы, Балтас районындағы Үрге Ҡарыш ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе эшсеһе Хәйҙәршин Винер Флүр улы, Балтас районындағы Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгенең хужалыҡ мөдире Хәйҙәршина Альбина Рәйеф ҡыҙы “Ата-әсәлек даны” ордены менән бүләкләнде;
Рәсәй Федерацияһы Президенты бойороғона ярашлы, өлгәшелгән хеҙмәт уңыштары, оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының өлкән уҡытыусыһы Бабкова Нина Ивановнаға, Стәрлетамаҡ районындағы “Салауат” агрофирмаһы рәйесе Баһауетдинов Рөстәм Рәйес улына, “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәтенең Өфө бүлексәһе машинисы Чугунов Геннадий Алексеевичҡа Рәсәй Федерацияһы Президентының рәхмәте белдерелде.
Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы, Ҡырмыҫҡалы район ветеринария станцияһы начальнигы Ҡунаҡаев Ғәлинур Ғаяз улына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.


Вернуться назад