Торлаҡҡа ихтыяж кәмемәй13.12.2013
Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте Президиумының быйыл торлаҡ төҙөп сафҡа индереүҙең яҡынса һөҙөмтәләренә һәм киләһе йылға бурыстарға арналған ултырышы булды.
— Торлаҡ зиннәтле булмаҫҡа тейеш, — тине республика Президенты. — Күптәрҙең фатир һатып алыу, йорт һалыу мөмкинлеге юҡ, тотош быуындар дөйөм ятаҡта йәшәй. Торлаҡҡа хаҡ, ихтыяж ҙур булғанға күрә, ҡиммәт. Уртаса килем алыусылар ҙа йыш ҡына фатир һатып ала алмай.
Башҡортостанда 90 мең самаһы кеше торлаҡҡа сиратта тора. Өйҙәрҙе арзанайтыу өсөн муниципалитеттарҙың барыһы ла тиерлек социаль торлаҡ майҙанының бер квадрат метрына аныҡ хаҡ билдәләне.
— Беҙ кешеләргә ярҙам итәбеҙ, торлаҡ төҙөүгә йәки һатып алыуға сығымды субсидиялау йәһәтенән социаль программаларҙы тормошҡа ашырабыҙ, — тине төбәк башлығы. — Агросәнәғәт комплексы, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре, ауылда йәшәгән һәм эшләгән йәш белгестәр өсөн уның хаҡының 70 процентын социаль түләү менән ҡаплайбыҙ. Эконом класлы торлаҡ алыуға бирелгән кредиттарҙың процентын түләүгә сығымдың бер өлөшөн субсидиялайбыҙ. Йәш ғаиләләргә торлаҡ хаҡының 35 процентын ҡаплап, ярҙам күрһәтәбеҙ. Йәш уҡытыусыларға тәүге иғәнәне өлөшләтә түләү хоҡуғын бирҙек. Өс һәм унан күберәк балалы 12 меңдән ашыу ғаиләгә бушлай ер участкаһы бүлдек. Шуға ҡарамаҫтан, торлаҡҡа, айырыуса арзанына, ихтыяж кәмемәй.
Былтыр республикала 74 мең квадрат метр социаль торлаҡ сафҡа индерелһә, быйыл 100 мең квадрат метр самаһын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. “Ауылды социаль үҫтереү”, граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү һәм йорт комплекттары биреү программаларын иҫәпкә алғанда, был һан 210 мең квадрат метрға тиклем артырға тейеш. Өҫтөнлөклө тәртиптә социаль торлаҡ төҙөү өсөн ер участкалары ла бүленә. Әле берҙәм республика исемлегенә 11 мең гектарҙан ашыу майҙансыҡ индерелгән. Йыл һайын, Адреслы республика инвестиция программаһына ярашлы, шәхси һәм күмәк төҙөлөш барған биҫтәләрҙә инженерлыҡ коммуникациялары үткәреүгә аҡса бүленә.
Рөстәм Хәмитов федераль структуралар, тәү сиратта Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең мөһимлеген билдәләне.