Һеҙҙең менән өй ҙә, ер ҙә йәмле13.12.2013
Һеҙҙең менән өй ҙә, ер ҙә йәмлеИкеләтә байрам бөгөн. Республика йортонда төрлө төбәктән йыйылған бәхетле әсәләрҙең шатлығы йөҙҙәренә яғылған: Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнөндә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнеү ғүмерҙә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға бит!

Күп бала үҫтергән әсәләрҙе тәбрикләү тантаналарының 107-сеһе бөгөн. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, илленән ашыу әсәне юғары награда менән ҡотлап, һәр ғаиләне ил өсөн лайыҡлы граждандар тәрбиәләргә саҡырҙы.
— Бөгөнгө байрамдың Төп Законыбыҙҙың 20 йыллығын билдәләгән көнгә тура килеүе оло мәғәнәгә эйә. Рәсәй Конституцияһы — һәр ғаиләнең, әсә һәм баланың мәнфәғәттәрен күҙәткән, хоҡуҡтарын яҡлаған төп документ ул, — тине Лилиә Салауат ҡыҙы. — Республикабыҙҙа ғаиләләрҙе социаль яҡлау буйынса утыҙ төрлө пособие ҡаралған, йыл һайын ошо маҡсатҡа өс миллиард һум аҡса бүленә.
Күп балалыларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса программа булыуына ҡарамаҫтан, әлегә был мәсьәләнең ауыр хәл ителеүен дә билдәләне вице-премьер. Республикала 1300 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тора. Лилиә Салауат ҡыҙы тантанаға йыйылған һәр әсәнең социаль хәле, мохтажлығы менән яҡшы таныш булып сыҡты. Миҙал алғандар араһында ла торлаҡҡа сиратта тороусылар барлығын, хатта ике әсәнең бөтөнләй сиратҡа ҡуйылмауын билдәләп, был тәңгәлдә хакимиәт башлыҡтары менән кәңәшләшеп, программаны тормошҡа ашырыу буйынса эште тиҙләтәсәктәрен белдерҙе.
Янып торған ҡыҙыл раузалар, оло хеҙмәттәренә лайыҡлы награда, тулҡынландырғыс рәхмәт һүҙҙәре байрамға сағыу биҙәк өҫтәп, кәйефте күтәрһә лә, һиҙеп торабыҙ: әсәләр күңеле менән ҡыҙ һәм улдары янында. “Бәләкәсем ауырып тора ине”, — тип борсола берәүһе. “Бала үҫтереү ауыр түгел дә ул, бары сәләмәт кенә булһындар”, — тип өҫтәй икенсеһе.
Был юлы награда алыусыларҙың Көйөргәҙе, Учалы, Күгәрсен, Салауат райондарынан күберәк булыуы күҙгә ташланды.
— Беҙ Көйөргәҙенән ете әсә килдек, — ти Ялсыҡай ауылындағы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Зилә Хөсәйенова. — Үҙем биш ул тәрбиәләйем, барыһын да кеше итергә, милләтебеҙҙең йөҙөн ҡыҙартмаҫлыҡ, булдыҡлы, белемле ир-егеттәр үҫтерергә ине.
Маҡсатығыҙ изге, хөрмәтле әсәләр! Һеҙҙең менән өй ҙә, ер ҙә йәмле, ә мөхәббәтегеҙ ҡояштан ҡайнар. Киләсәктә лә бәхетле йәшәргә яҙһын һеҙгә!


Вернуться назад