Рухташтар беҙҙең менән10.12.2013
Рухташтар беҙҙең менәнБәләбәй башҡорт гимназияһы директоры урынбаҫары Гөлнара Ғәзим ҡыҙы Хоҙайназарованың һүҙҙәренә ҡарағанда, был уҡыу йортонда белем эстәргә теләүселәр йылдан-йыл арта. Маҡсат – балаларға төплө белем биреү, малай һәм ҡыҙҙарҙы төрлө яҡлап үҫтереү.
Уҡыу йорто – республикабыҙҙың көнбайыш төбәге өсөн ысын мәғәнәһендә рухи мәккә. Бәләбәйҙән тыш, бында Бишбүләк, Йәрмәкәй, Туймазы, Әлшәй райондарынан да килеп уҡыйҙар.
Педагогтар төрлө матбуғат баҫмаларын алдыра. Ғәҙәттәгесә, быйыл да коллектив менән "Башҡортостан"ға яҙылдылар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, юғары категориялы уҡытыусы Тәнзилә Мәүлиева белдереүенсә, республикала йәшәп тә төп гәзитте алдырмау мөмкин түгел. Төрлө кәңәш-фәһем алыу, яңылыҡтар менән танышып барыу отошло, мәғарифҡа арналған материалдарҙы ул дәрестә лә ҡуллана.


Вернуться назад