Баймаҡтар әүҙем ҡушылды10.12.2013
Баймаҡтар әүҙем ҡушылдыҺүҙҙең ҡәҙерен һәм әһәмиәтен белгән Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы хеҙмәткәрҙәренең “Коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһына дәррәү ҡушылыуына “афарин!” ғына тибеҙ. Күп кенә хеҙмәткәрҙәр кеүек, гәзитегеҙ эш урынына килә бит, ниңә уны өйҙә алдырырға, тимәгәндәр, ә “Башҡортостан”ға дәррәү яҙылып ҡуйғандар.

— Журналистика өлкәһендә эшләүселәр заман менән бергә түгел, ә унан бер аҙымға алдараҡ атларға тейеш. Был йәһәттән беҙгә матбуғат һәр саҡ ярҙамға килә, — ти Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар бюджет учреждениеһы директоры Гөлнур Ишбулатова. – Әгәр үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнап, республиканың башҡа райондарында ниҙәр булғанын гәзит биттәре аша күҙәтеп бармайбыҙ икән, тимәк, эшебеҙҙең алға китеүе хаҡында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Һәр саҡ нимәлер эҙләнгән, яңылыҡҡа ынтылған хәбәрсе генә халыҡ күңелен яулай ала.
Бөгөн коллективта 14 кеше эшләй, уларҙың барыһы ла йәш, дәртле. Шуныһы ҡыуаныслы: Баймаҡ журналистарының төбәк яңылыҡтарын көн дә тиерлек БЮТ каналында күрергә мөмкин. Был уларҙың үҙ эшенә талапсан, яуаплы ҡарауынан килә. Даими рәүештә башҡорт һәм урыҫ телдәрендәге яңылыҡтарҙан башҡа, телевидение хәбәрселәре махсус тапшырыуҙар алып бара. Халыҡ яратып өлгөргән “Йүнселдәр”, “Ауылдаштар”, “Баймағым – бай яғым”, “Тарихи Баймаҡ”, “Беҙ йәшәгән ҡала” һәм башҡа тапшырыуҙарҙа баймаҡтарға хас ихласлыҡ һәм күңел киңлеге ярылып ята. Үҙенең олпат юбилейын билдәләүсе Баймаҡтың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында фильм да әҙерләй хәбәрселәр. Уның тамашасыларға иң ҙур байрам бүләге буласағы хаҡында әйтеп тә тораһы түгел.
Гөлнур Азамат ҡыҙы белдереүенсә, коллектив татыу һәм берҙәм. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, үҙ-ара ярҙам итешеп эшләргә тырыша улар. Башҡа район һәм ҡала телевидениелары менән сағыштырғанда, баймаҡтар шул яғы менән ота: улар үткән һәр сараны һуңлатмай, көнөндә үк бирә. Оператив эшләү, минут-сәғәтендә үк тапшырыу әҙерләү – уларҙың төп эш принцибы.
Телевидение өлкәһендә оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткәндәр, үҙ эшенең оҫталары булып танылғандар ҙа юҡ түгел. Ике телде лә яҡшы белгән, иркен аралашҡан хәбәрсе Зилә Мортазина, тәжрибәле оператор Хәйҙәр Көмөшбаев, видеоинженер-ҡораусылар Валерий Наумов, Илфат Абдуллин өсөн телевидение йәшәү мәғәнәһенә әүерелгән. Уларҙың артынан Гөлнара Солтанова, Әлфиә Түләкова, Әлиә Һағынбаева, Булат Юламанов кеүек үткер телле, тос фекерле йәш хәбәрселәрҙең үҫеп килеүе ҡыуандыра.
Бөгөн Баймаҡ телевидениеһын Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларында, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр райондарының ҡайһы бер ауылында йәшәүселәр ҡарай ала. Әммә районда ғына түгел, республикала иң ҙур Темәс һәм Күсей ауылы биләмәләре район яңылыҡтарын ҡарауҙан мәхрүм. Ҡоролмаларҙың дөрөҫ урынлаштырылмауынанмы, ниңәлер әлегә тиклем был проблема хәл ителмәгән.
Ижади эшләүсе коллективтың дуҫтарыбыҙға әүерелеүенә бик шатбыҙ. Киләсәктә кемдәребеҙ — матбуғат биттәрендә, икенселәребеҙ — "зәңгәр экран"дар, өсөнсөләребеҙ радио тулҡындары аша халҡыбыҙҙы борсоған проблемаларҙы, уларҙың йәшәйешен, ауылдар яҙмышын, кешеләр тормошон сағылдырабыҙ икән, тимәк, һәммәбеҙ ҙә, төрлө йүнәлештә хеҙмәт итеүебеҙгә ҡарамаҫтан, бер маҡсатта, уртаҡ уйҙа эшләйбеҙ. Шулай булғас, ниңә берҙәм, татыу, дуҫ булмаҫҡа?!


Вернуться назад