Районыбыҙҙағы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында халыҡ оҫталары әйберҙәренең "Йәрмәкәй биҙәктәре" күргәҙмәһе асылды. Экспозициялағы эштәрҙең авторы — ауылдарҙағы оҫтабикәләр. Бөтә нескәлеген иҫәпкә алып эшләнгән экспонаттар ысын сәнғәт әҫәрҙәрен тәшкил итә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе, уларҙың ҡул эштәре менән район халҡы күптән таныш булһа ла, әлеге сарала яңы исемдәр ҙә байтаҡ ине.
Бындай идея күптән тыуғайны. Февралдә район ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге "Ҡатын-ҡыҙҙың мәшғүллеге" тигән темаға "түңәрәк өҫтәл" ойошторҙо. Унда ҡатнашыусылар өйҙәге хеҙмәт нигеҙҙәре менән танышты. Тиҙҙән халыҡ оҫталары әйберҙәрен һатыу күргәҙмәһе ойошторолдо. Әкренләп күргәҙмә даими эшләргә тейеш тигән фекергә килдек.
Хакимиәт башлығы урынбаҫары Татьяна Головина әйтеүенсә, һәләтле кешеләрҙе эҙләп табырға, уларҙы районда һәм тотош республикала танытырға, ижади процесҡа, файҙалы эшкә йәлеп итергә кәрәк. Элегерәк ҡул эштәре ғаиләгә ҙур файҙа килтерә торғайны. Ҡатын-ҡыҙ кейем-һалымды үҙе теккән, балаҫ, келәм һуҡҡан. Бөгөн бындай шөғөл хоббиға әүерелде. Традицион эш алымдарын яңы технологиялар менән оҫта берләштереү, заманса материалдар файҙаланыу һөҙөмтәһендә халыҡ кәсептәренә ҡыҙыҡһыныу арта бара. Әлеге экспозиция — быға асыҡ дәлил. Ҡыҙыҡһыныу бар икән, тимәк, үҫеш бар.
— Күргәҙмә бер ай дауам итә, — ти музей директоры Гөләпәт Шәйхетдинова. — Теләге булған һәр кешене оҫтабикәләребеҙҙең эштәре менән танышырға саҡырабыҙ.
Сарала шулай уҡ оҫталыҡ дәресе үткәрелде.
Уңған оҫтабикәләр араһында Йәрмәкәй районының Әбделкәрим ауылында йәшәгән Розитта Ниғмәтуллина ла бар ине. Ул ҡул эштәре менән йәштән үк мауыға. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ижади ҡеүәтен тормошҡа ашырыу маҡсатында художестволы сигеү менән шөғөлләнә башлаған.
— Схемаларҙы, методик мәғлүмәтте махсус магазиндарҙан, Интернет селтәренән табам. Рамдарҙы Приюттағы оҫтахананан һатып алам, — ти Розитта Әхәт ҡыҙы. — Сигелгән картиналар өйҙө биҙәү өсөн дә бик ҡулай, шулай уҡ яҡындарыма яҡшы бүләк тә.
Фәйрүзә Солтанова Ҡыҙыл Яр ауылында йәшәй. Йәш саҡта ирҙәр һөнәрен үҙләштереүҙән ҡурҡмай. Ул — 6-сы разрядлы токарь. Балалары менән декрет ялында булғанда сигеү менән мауыға. Хәҙер уның йортон ҡулдан сигелгән Ҡөрьән сүрәләре биҙәй.
Йәрмәкәйҙәге Роза Ибраһимова һигеҙ йыл элек сәйлән менән бәйләү серен үҙләштергән. Эш урынын алмаштырыу ҙа быға этәргес булғандыр, моғайын. Роза Рауил ҡыҙы үҫмерҙәр клубына тәрбиәсе булып эшкә килә, ошонда балаларҙан яңы һөнәр өйрәнә, һуңыраҡ махсус әҙәбиәт һәм Интернет ярҙамында оҫталығын камиллаштыра.
Гөлназ Сәлимгәрәева үҙе эшләгән сәс ҡыҫтырғыс, төйрәмес (брошка), резинка кеүек әйберҙәрен ҡыуанып-шатланып туғандарына, яҡындарына, таныштарына бүләк итә. Ул атлас таҫмалар ярҙамында сигеү, Канзаш стилендәге төрлө биҙәүестәр эшләү менән мауыға.
Яңы Николаевка ауылынан Алевтина Журавлева һөнәре буйынса тегенсе. Өҫтәүенә селтәр ырғағы менән бәйләү буйынса ысын оҫта ла ул. Ҡул эштәрен машинала бәйләнгәндән айырыу мөмкин түгел. Һәр эшенә күңел йылыһын һала. Уның Мәскәүҙәге Халыҡ ижады күргәҙмәһендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн район ҡатын-ҡыҙҙар cоветы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнеүе лә осраҡлы түгел.