Алтын ҡуллы Амантай10.12.2013
Алтын ҡуллы АмантайБыл теремек, етеҙ егеттең исемен, үҙенә күрә бер асыш яһағандай, 2012 йылдың йәй аҙағында, Бөтөн Рәсәй "Бородино көнө" хәрби-тарихи фестиваленә әҙерләнеп, бараһы төркөмдө дәртле, эшлекле ир-егеттәр менән тулыландырыу хәстәрлеген күргән осорҙа тәүләп ишеттем. Һәр төрлө йүнәтеү, яһау эштәренә маһир оҫта менән сафтарыбыҙҙы тулыландырыу теләге тынғылыҡ бирмәй ине.
Юлға сығыр ваҡыт еткән мәлдә иптәштәремдең: "Рафаэль Амантаев тигән бер оҫта бар, беҙҙең клуб менән дә ҡыҙыҡһыныуын белдергән, бәлки, уны ла үҙ яныбыҙға саҡырайыҡ, әйҙә, ҡушылып барып ҡайтһын!" — тигәненә һис икеләнмәйенсә риза булдым. Ҡапыл ғына шулай осрашып күрешеүебеҙ берәгәйле һәм бәрәкәтле булды. Хәрби-тарихи ялан лагерында ҡыуыш ҡороп урынлашыуыбыҙ булды, егетебеҙ үҙен күптән инде йәбешеп киткән "оҫта" исемен ысын мәғәнәһендә иҫбатлап та ҡуйҙы: үҙе менән алып килгән ҡумтаһын асып, ҡыпһыуыр, сүкеш, беҙ, игәү кеүек ҡоралдарын йәйеп һалды, әле беребеҙҙең, әле икенсебеҙҙең бил ҡайыштарының ҡаптырғыларын йүнәткеләп ебәрҙе, йә булмаһа уҡ-һаҙаҡтарҙың, ҡалъяндарыбыҙҙың, ҡылыс-ҡындарыбыҙҙың ҡайыштарына элгес-ырғаҡтар ҡуйып бирҙе. Беҙҙең үҙ оҫтабыҙ барлығын белеп алған күрше клуб ағзалары ла, хатта француздар яғындағы ғәскәрҙе кәүҙәләндереүсе иптәштәр ҙә бер-бер артлы йүгереп килеп, кәрәкле ярҙамды алып, Рафаэлгә ҙур рәхмәттәр әйтеп китеүен күреү үҙенә күрә шатлыҡлы мәл булып иҫтә ҡалды.
Быйыл да Рафаэль Альберт улы Бородино яланында "1-се башҡорт атлы полкы "Любизар" хәрби-тарихи клубы сафында булды һәм тағы ла бер тапҡыр алыштырғыһыҙ оҫта булыуын дәлилләне. Башҡорттар урынлашыуын белдереп, тирмәбеҙҙе ҡороп та бөттөк, портупеяһының эштән сығыуына йәне көйгән француз гусары: "Башҡорттар, һеҙҙең оҫтағыҙ барлығын әйттеләр, зинһар, миңә ярҙам итегеҙ", — тип, яныбыҙға йүгереп килеп тә етте. Әлбиттә, һис бер инәлтеүһеҙ, Амантаев "серле" сумаҙанын асып та ебәрҙе — яңы дуҫыбыҙҙың йөҙө яҡтырып киткәндәй булды.
Шулай итеп, оҫта Амантай туған (клуб ағзалары үҙ итеп уға шулай өндәшә) тиҙ арала иң кәрәкле лә һәм иң ышаныслы ла һөнәрмән икәнен үҙ эше, үҙ булмышы менән күрһәтте. Әлбиттә, уға оҫта тигән оло исем тиктәҫкә һәм әле генә йәбешмәгән. Ошо абруйлы исемгә ҡушып, ул әле халыҡ артисы тигән маҡтаулы дәрәжәне лә үҙ иңендә йөрөтә! Ул бар ғүмерен профессиональ сәнғәткә бағышлап, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән оҫта бейеүсе лә. Кесе йәштән үк бейеү сәнғәтенә ғашиҡ булып, артабан илебеҙҙә даны таралған Фәйзи Ғәскәров исемендәге академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә солист булып, донъяның бик күп ҡитғаларында башҡорт бейеүҙәрен бейегән бит ул. Бөгөн яңы һөнәрҙәр үҙләштереп, сүкеш, ҡыпһыуыр тотоп, еҙ беләҙектәр, көмөш алҡа сулпылар сүкергә өйрәнгән.
Амантаев тирә-яҡтағыларҙы үҙенең ихласлығы һәм эшһөйәрлеге менән хайран итә, ябайлығы менән арбай. Ювелир һөнәренә лә ул осраҡлы ғына килмәгән быға уның һәр саҡ үҙенә талапсан, ныҡыш, көслө рухлы булыуы, һәр саҡ яңылыҡҡа, камиллыҡҡа ынтылыуы ла этәрә.
Бейеүселәр хаҡлы ялға иртә сыға, бына шул һынылышлы мәлдә, 45-е лә тулмаған Амантаев юғалып ҡалмай, яңы һөнәр үҙләштереү өсөн махсус курсҡа яҙыла. Үҙенең ансамблендәге иптәштәренә ярҙам булһын тип, төрлө биҙәүестәр, сулпылар, ҡәмәр-ҡайыштар яһай башлай. Уның күңеле һәр саҡ камиллыҡҡа ынтыла. Тырышлығы ла бушҡа булмай уның. Бер кем дә эшләргә баҙнат итмәгән ваҡ ҡул эштәрен үҙләштереп, Рафаэль бер нисә йыл рәттән тотош ансамблдәге бейеүселәргә милли биҙәүестәр, ҡәмәр-ҡайыштар етештерә. Тора-бара уның был эштә маһирлығын да күреп ҡалалар, ул етештергән әйберҙәргә һорауҙар арта. Амантаев, шәхси иҫәп асып, үҙенең оҫтаханаһын булдыра. Бөгөн уның "Амантай" ижад үҙәге уңышлы эшләй. Иң мөһиме: бында оҫта Амантаев ҡағылған һәр бер әйбер зауыҡлы, камил төҫ ала. Билбау ҡаптырмаһымы, алҡа-сулпы булһынмы, иҫке салғы киҫәгенән эшләнгән нәҡ боронғоса ағас һаплы башҡорт бысаҡ-хәнйәреме, баҡыр беләҙекме — барыһы ла Рафаэль Амантаевтың ҡулында йәнләнә.
Бөгөн дә оҫта яңы уйҙар, эҙләнеүҙәр менән янып ижад итә. Ирмен тигән ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр тигән әйтемдәгесә, Амантаев бөгөн башҡорттоң милли яу-һунар ҡоралы булған йәйәһен тергеҙеү өҫтөндә әүҙем шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тип тап уға ҡарата әйтелгәндер.
Иллеһен әле генә тултырған Амантаев үҙ халҡының тоғро улы булыуын һөнәре, һәләте менән дәлилләүҙә ысын ир-егеттәрсә берсә олпат, берсә баҙыҡ һәм шул уҡ ваҡытта баҫалҡы ла булып ҡала белә. Бер ҡараһаң, ул Бородино, Лейпциг янындағы тарихи яу яландарында башҡорт яугире сифатында ажарланып атта елә, берсә үҙ оҫтаханаһында тарихи ҡомартҡы булып һаҡланған көмөш биҙәүес өлгөләрен нәзәкәтле итеп сүкеп ултыра. Был — уның халыҡ ижадынан һут, илһам ала белеүенән, тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларыбыҙға ҙур ихтирам тәрбиәләүсе данлыҡлы Амантаевтар ҡанынан булыуынан. Милләтебеҙ, илебеҙ өсөн зиһенен дә, йәнен дә фиҙа ҡылған, үткән быуаттың күренекле йәмәғәт эшмәкәре булараҡ нахаҡҡа рәнйетелгән Ғабдулла Амантаевтың ейәне булыуы ла Рафаэлдең бар булмышында тәрән эҙ ҡалдырған, ҙур яуаплылыҡ та һалған. Бөгөнгө ижады һәм дәртле, ғәйрәтле тормошо менән ул, әйтерһең дә, олатаһы рухына бағышлағандай киң ҡолас менән илһамланып, кинәнеп ижад итә.


Вернуться назад