Фәнилә менән Флүр Сәрүәровтар ғаиләһендә Зилә беренсе бала булып донъяға килә. Шамил иһә 1957 йылда Силәбе ҡалаһында етенсе бала булып тыуа. Атайһыҙ, алты ҡыҙ араһында үҫеүенә ҡарамаҫтан, әсәһе уны бар эшкә лә өйрәтә.
Зилә Һәүбәнова менән Шамил Миңнәхмәтов 1991 йылда ҡауышып, Башҡортостандың гүзәл, аҡ ҡайындар, йәшел шыршылар араһында урынлашҡан Бүләк ауылына килеп урынлаша. Зилә — тәрбиәсе, балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙе макраме серҙәренә өйрәтә. Был һөнәр алдағы тормошта талсыбыҡ үреүҙә бик ярҙам итә. Шамил күрше Семилетка ҡасабаһында янғынға ҡаршы көрәш отрядында эшләй.
Шамил менән Зилә күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, еләк-емеш үҫтерә, умарта тота. Бер йыл тигәндә, туғандары ярҙамында, яңы йорт һалып сығалар. Өйҙәре ҡунаҡтарға һәр саҡ асыҡ. Икеһе лә тырыш, ярҙамсыл. Ауырлыҡтарға бирешмәй, бер-береһенә терәк булып йәшәйҙәр. Хеҙмәттән ләззәт табалар.
Зилә апай 2000 йылда тормошта бик ҙур юғалтыу кисергән – 16 йәше лә тулып етмәгән берҙән-бер улы Илдар мәңгелеккә был донъянан киткән. Йән әрнеткес хәлдән һуң әсә күңелендәге бар моң-зарын талсыбыҡҡа бағышлай, һөнәр уға йәшәүгә көс бирә.
– Бигерәк тә Шамилға рәхмәтем ҙур. Ауыр минутта ул таянысым, терәгем булды, – ти Зилә апай.
Был һөнәргә күрше Татарстан Республикаһының Яр Саллы ҡалаһында өйрәнеп ҡайталар. Өйрәнмәйенсә хеҙмәт юҡ, хеҙмәт итмәй хөрмәт юҡ.
Иң тәүҙә тал сыбыҡтары ете-һигеҙ сәғәт һыуҙа ҡайнатыла, таҙартыла. Уйланылған әйберҙең каркасы эшләнеп, киптерелә. Һуңынан үреү башлана. Әҙер материал тиҙ арала ҡулланылырға тейеш булғанлыҡтан, улар көнө-төнө алмашлап эшләй, бер-береһен ял иттереп тора. Оҫта ҡулдар үргән урындыҡ, талбишек бер аҙнала теүәлләнә.
– Тәүҙә үрәһе әйберҙең эскизын төрлө гәзит, журналдарҙан ҡарап ала торғайныҡ, һуңынан үҙебеҙ уйлап эшкә ҡуша башланыҡ. Һатып алыусылар байтаҡ, заказ биреп торалар, Аллаға шөкөр, – ти Зилә апай.
Күңел һалып башҡарған эш матур була. Зилә менән Шамил бер-береһенә ярҙам итеп, матурлыҡ тыуҙырып, уны халыҡҡа өләшеп йәшәй алыуҙары менән хөрмәткә лайыҡ. Ысын оҫталар улар.